Сәләмәт булайыҡ
9 Февраль 2022, 18:00

Сәс нығынһын, һырҙар бөтһөн өсөн

Бер генә йомортҡанан ике битлек эшләргә була. Рецептары - яҙмала.

Сәс нығынһын, һырҙар бөтһөн өсөнСәс нығынһын, һырҙар бөтһөн өсөн
Сәс нығынһын, һырҙар бөтһөн өсөн

Сәсегеҙ ҡойолоуҙан туҡтап, ҡуйырып үҫеп китһен тиһәгеҙ, ошо ысулды ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.

Бер йомортҡаның һарыһы, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ дегәнәк майы, бер балғалаҡ кокос майы, бер балғалаҡ зәйтүн майы алабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ ирегәнсә болғайбыҙ. Артабан сәс төптәренә яҡшылап һылайбыҙ, шыптыр менән урап, йылы башлыҡ кейеп, бер сәғәт тотабыҙ. Тейешле ваҡыт үткәс, йомшаҡ шампунь менән йыуып алабыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ, сәсегеҙ нығынып китер.

Ҡалған йомортҡа ағын да әрәм итмәйбеҙ. Уға бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ он һалып, миксер менән күперткәнсе туғыйбыҙ ҙа биткә яғып, 20 минут ятып торабыҙ. Артабан йылымыс һыу менән йыуып, крем һөртөп ҡуябыҙ. Үҙебеҙҙе яратып, тәрбиәләп, яҙҙы матурланып ҡаршылайыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар!

Фото: pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас