

1. Йөрәк ауырыуҙары
Көн һайын иртәнге аш мәлендә икмәккә бал ҡатыш дәрсен һылап ашау холестерин кимәлен түбәнәйтә һәм инфарктан һаҡлай.
2. Организмдың дөйөм хәлһеҙлеге, тиҙ арыу
Иртән ас ҡарынға һәм төштән һуң сәғәт 3-тәрҙә һыуға ярты ҡалаҡ дәрсен һәм бал (бер күләмдә алына) болғап эскәндә, организмдың күп функциялары күтәрелә.
3. Артрит
Көн һайын иртән һәм кис ике балғалаҡ бал һәм ярты балғалаҡ дәрсен бутап бер стакан йылы һыу эсеү хроник артрит булғанда ла килешә.
4. Холестерин
Ике ҡалаҡ бал һәм өс балғалаҡ дәрсен ҡушылған ике стакан йылы һыуҙы көн буйына өс тапҡыр ҡабул иткәндә холестерин нормаға килә. Шулай уҡ балды шул көйө ашаған кешелә лә холестерин күрһәткесе түбән була.
5. Иммунитет
Көн һайын дәрсен менән бал ашау организмды бактерия һәм вирустарҙан һаҡлай, лейкоциттарҙың төрлө йоғошло сирҙәр менән көрәшеү һәләтен көсәйтә.
6. Сәс ҡойолоу
Йыуыр алдынан сәс төбөнә йылытылған зәйтүн майы, бер ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ дәрсен ҡушылмаһын һылап, 15 минут тоторға ла йылы һыу менән сайып төшөрөргә. Һөҙөмтәһе тәүге ҡулланыуҙан уҡ күренер.
7. Тире һәм тырнаҡ бәшмәге
Бер күләмдә алынған бал һәм дәрсен ҡушылмаһын боҙолған ергә һылап, тире ауырыуҙарынан ҡотолорға мөмкин. Тирегә әҫпе сыҡҡанда өс ҡалаҡ балға бер балғалаҡ дәрсен ҡушып паста әҙерләйбеҙ. Уны ятыр алдынан һөртөргә, ә иртән йыуырға. Ике аҙна тигәндә был проблема үтергә тейеш.
8. Ашҡаҙанда ауырлыҡ тойғоһо булғанда
Ярты балғалаҡ дәрсенде ике балғалаҡ балға ҡушып, ашарҙан алда ҡабып ебәргәндә ашҡаҙанда әселек кәмей, был сара ауыр аҙыҡты эшкәртергә лә ярҙам итә, эс күбеүҙе лә бөтөрә.
9. Ауыҙҙан насар еҫ сыҡмаһын өсөн
Иртән тамаҡты баллы-дәрсенле эҫе һыу менән сайҡатҡанда насар еҫ сыға тип ҡайғырмаҫҡа була.
10. Һыуыҡ тейгәндә һәм киҙеү ваҡытында
Бер ҡалаҡ йылы балға 1/4 ҡалаҡ дәрсен ҡушып көнөнә өс тапҡыр ашарға кәңәш ителә. Йүткереү баҫыла, танау буйы таҙарына.
Һәр дауаланыу сараһын үҙегеҙҙә һынар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа! Сәләмәт булайыҡ!
Фото: 100trav.sy