Сәләмәт булайыҡ
10 Февраль 2022, 03:00

Тиҙ генә әҙерләнә торған иртәнге аш

Бының өсөн бер йомортҡа, 30 грамм дөгө оно, 70 грамм сыр, бешкән йәки ыҫланған тауыҡ түше, 40 грамм һөт, әнис, петрушка, тоҙ кәрәк.

Тиҙ генә әҙерләнә торған иртәнге ашТиҙ генә әҙерләнә торған иртәнге аш
Тиҙ генә әҙерләнә торған иртәнге аш

Иртәнсәк әҙерләү өсөн үҙенсәлекле, ятыраҡ ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн бер йомортҡа, 30 грамм дөгө оно, 70 грамм сыр, самалап бешкән йәки ыҫланған тауыҡ түше, әнис, петрушка, тоҙ, 40 грамм һөт кәрәк.

Әҙерләү:

Башта тауыҡты ваҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Булған ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшы итеп болғайбыҙ ҙа майланған табаға ҙур ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ. Талғын утта 5-7 минут тотһаҡ, иртәнге ашыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: medaboutme.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас