Тормошобоҙға химия ныҡлы үтеп ингән. Ауырыһаҡ – дарыу эсәбеҙ, көнкүрештә һабын, порошок, һауыт-һаба йыуғыс һәм башҡалар ҡулланабыҙ. Улар, бер яҡтан, ярҙам итһә, икенсе яҡтан, организмға насар тәьҫир итеүе лә бар. Көндәлек тормошта шуларҙың ҡайһы береһен аш һеркәһе менән алыштырып була.
Мәҫәлән, пастеризацияланмаған, ҡайнатыу юлы менән алынмаған алма һеркәһен алайыҡ. Бактерия һәм бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы бик көслө дарыу ул. Төрлө насар еҫте бөтөрөү, стерилләү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Бер нисә кәңәш биреп үтәбеҙ.
Тамаҡ ауыртҡанда тынысландырыу көсөнә эйә. Микроб һәм бактерияларға ҡаршы көслө антисептик булараҡ, уны тамаҡ ҡысыта башлаған ваҡытта ошолай файҙаланырға була: бер стакан йылы һыуға дүрт аш ҡалағы алма һеркәһен болғап, йыш-йыш тамаҡты сайҡатып торорға.
Түш тирәһе янғанда. Яныу түбән әселек булған ваҡытта күҙәтелә. Алмалы аш һеркәһе был етешһеҙлекте бөтөрөргә һәм аш һеңдереү эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә. Бының өсөн бер стакан һыуға бер балғалаҡ һеркә лә етә.
Танау тонғанда. Алма һеркәһендә В һәм Е витаминдары, шулай уҡ кальций, калий, магний бар. Был микроэлементтар танау ҡыуышлығын таҙартырға, аллергия өйәнәген баҫырға ярҙам итә. Бер балғалаҡ уҡсусты бер стакан һыуға һалып эсергә һәм әҙ генә миҡдарҙа һеркә һалынған һыуҙы тамсылап танауға тамыҙырға мөмкин.
Баштағы ҡауаҡты бөтөрөргә ярҙам итә. Юғары әселекле булғанға, һеркә баш тиреһендә рН балансын тәртиптә тоторға ярҙам итә ала. 1:1 күләмендә һыу һәм һеркәне һиптермәле һауытҡа һалып болғатып, сәс еүешләнгәнсе һиптерергә. Шунан башты таҫтамалға урап, 15 минут тоторға. Ҡауаҡ бөтөр, өҫтәүенә, сәс ҡабарып, ялтырап китер.
Тән тартышҡанда. Был хәл кальций етешмәгәндә күҙәтелә. Ике аш ҡалағы һеркә, бер балғалаҡ балды бер стакан йылы һыуға болғатып, һәр көн иртән эскәндә, төндә яҡшы йоҡларһығыҙ.
Тире зымбырлап йонсотһа...
Алма һеркәһе, антисептик булараҡ, ҡысытҡан ергә бәлзәм кеүек тәьҫир итә. Уны бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ борсоған ергә үҙен генә һөртәләр. Йорт хайуандарының тиреһен дауалау өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Аяҡтың еҫен бөтөрә. Насар еҫтең төп сәбәбе – тирләү. Алма һеркәһе тиренең һелтеле тигеҙлеген яҡшырта һәм бактерияларҙы үлтерә. Ятыр алдынан аяҡтарҙы аш һеркәһе һеңдерелгән мамыҡ менән һөртөргә була.
Эскә һауа тулыуҙан ҡотҡара. Бындай хәлгә күптәр тарығаны бар. Бер балғалаҡ һеркәне һыуға һалып, аш алдынан эсергә кәрәк. Был ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген көйләй.
Сода кеүек, уксусты ла өй таҙартҡанда, һауыт-һаба йыуғанда ҡулланырға мөмкин. Кер йыуыу машинаһына таш ултырмаһын өсөн ябай 70 процентлы һеркәне ҡойоп, содаға ҡушып (1/4 стакан сода, шул уҡ күләмдә һыуҙы 70 процентлы ике балғалаҡ һеркә менән һүндереп, порошок һалған ергә ҡоялар) һыуҙы 90 градус эҫелеккә ҡуйып әйләндерергә, аҙаҡ таҙа сепрәк менән һөртөргә. Шулай иткәндә, ул һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер. Һыу торбаларын таҙартыу өсөн дә яҡшы сара.
Күгәргән, бәҫәргән ерҙәргә даими һиптереп, һөртөп торғанда, был проблеманан ҡотолорға була.
Мебелдәге тапты бөтөрә. Тоҙ менән уксусты бергә бутап, мебелдәге, кейем-һалымдағы таптарҙы бөтөрөргә була.
Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.