Сәләмәт булайыҡ
11 Февраль 2022, 06:58

Хәүефле сир һеҙҙе урап үтһен

cultelegance.rucultelegance.ru
Фото:cultelegance.ru 

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең артыуы – бөтә донъяла ҙур хәүеф уятҡан күренеш. Улар араһында иң ҡурҡынысы – миокард инфаркты, йәғни ябай ғына әйткәндә, йөрәк мускулының үлеүе. Был сир ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла аямай. Һеҙҙең иғтибарға заман афәтенә әйләнә барған инфаркттан һаҡланыу һәм был хәлгә тарыған кешегә ярҙам итеү өсөн ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

* Артыҡ кәүҙә ауырлы­ғынан ҡотолоғоҙ. Һәр артыҡ килограмм – йөрәккә өҫтәмә кө­сөргәнеш. Кәүҙә ауырлығы индексы тип аталған төшөнсә бар: сантиметрҙа иҫәпләнгән буй оҙон­лоғонан тән ауыр­лығын алып ташлағыҙ. Һө­ҙөмтә 90–100 булырға тейеш. Әгәр ошо та­лапҡа яуап бирмәйһегеҙ икән, уйла­нырға, табипҡа күренергә сәбәп бар.

* Ашауҙы сикләгеҙ. Туҡла­ныуҙа аҡһымдар, май­ҙар һәм углеводтар нисбәтен дөрөҫ һаҡ­лау организмдың дөйөм торошона туранан-тура тәьҫир итә. Әгәр туҡлана белмәһәгеҙ, табип-дието­логка мөрәжәғәт ите­геҙ. Йөрәк эшмәкәрлеген ны­ғыт­ҡан ризыҡтар ҙа бар: йөҙөм, кү­рәгә, ҡара емеш. Уларҙа йө­рәк­кә ыңғай йоғонто яһаған калий күп.

* Хәрәкәт итегеҙ! Аҙ хәрәкәтләнеү организмдың эшмәкәрлеген тотҡарлай, май ҡатламын арттыра. Көнөнә мотлаҡ 30–40 минут самаһы йәйәү йөрөгөҙ. Тре­нажерҙа шөғөлләнеү, йүге­реү, йөҙөү, саңғыла йәки конькиҙа шыуыу ҙа яҡшы ял буласаҡ.

*Ҡан баҫымына, шәкәр һәм холестерин кимәленә иғтибарлы булығыҙ! Был күрһәткестәрҙе даими күҙә­тергә кәрәк. Әгәр улар үҙгә­реп тора икән, нормаға кил­тереү мотлаҡ. Бының өсөн табипҡа күренеп тороғоҙ.

Инфаркт мәлендә нисек ярҙам итергә? Инфаркттың тәүге билдәләре – күкрәкте ҡапыл ялмап алған көслө ауыртыу, һауа етмәү, хәл­һеҙләнеү, тирләү. Әгәр үҙе­геҙҙә йәки яҡын кешегеҙҙә ошо билдәләрҙе тойһағыҙ:

* Кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.

* Тәҙрәне асығыҙ.

* Ауырыуҙың тар, ҡыҫып торған кейемдәрен сисеп, бейек арҡалы кәнәфигә ултыртығыҙ.

* Уға 0,25 г аспирин һәм 0,5 г нитроглицерин (тел аҫтына һалына) бирегеҙ. Әгәр ҡан баҫымы төшһә, ныҡ итеп башы ауыртһа йәки әйләнһә, телмәре, хәрәкәт эшмәкәрлеге боҙолһа – нитроглицерин бирергә ярамай.

* Тәрән итеп тын алыуын, йүткереүен һорағыҙ. Күкрәк тирәһен ныҡ итеп ыуығыҙ, был йөрәккә ҡан ағымын яҡшыртасаҡ.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас