+20 °С
Болотло


Бының өсөн ике аш ҡалағы һоло ярмаһы, 300 грамм йогурт, өс ҡара емеш, 1/3 сәй ҡалағы какао порошогы, бер сәй ҡалағы етен орлоғо кәрәк.
Эсемлекте кистән әҙерләргә кәрәк. 100 грамм һыуға ҡара емеште һалып, 10 минут тирәһе ебетәбеҙ. Һоло ярмаһына, етен орлоҡтарына, какаоға йогурт ҡоябыҙ. Шунан ҡара емештең һыуын түгеп, ваҡлап турайбыҙ ҙа әҙер ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Ҡапҡас ябып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Эсемлегебеҙ әҙер. Һыуытҡыстан ярты сәғәт иртәрәк алып ҡуйып, ҡулланырға мөмкин.
Р. ЙОМАҒОЛОВА.