Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2022, 20:00

Башҡа сара булмағанда...

Анар ҙа ярап ҡала

Башҡа сара булмағанда...
Башҡа сара булмағанда...

Гранат, йәки беҙҙеңсә анар, ныҡ файҙалы емештәрҙең береһе. Уның эсендәгеһе генә түгел, ҡабығы ла, сәскәһе лә, тамыры ла бик шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Косметологияла ла алыштырғыһыҙ сара ул. Уны нигеҙ итеп эшләнгән кремдар, майҙар шулай уҡ тирегә ыңғай тәьҫир итә: шымарта, ағарта, һипкелдәрҙе, таптарҙы бөтөрә, тырнаҡты, сәсте нығыта.

Эс китеүҙе анарҙың ҡабығынан яһалған төнәтмә менән туҡтатып була. Элек хатта дизентерия, сальмоноллез, ашҡаҙан язваһы, колит, дисбактериоз кеүек сирҙәрҙе лә шуның ярҙамында дауалағандар.


Дияреяла ҡайнар һыу менән гранат нисбәте 1:20 итеп алына. Алдан йылытылған банкаға 10-12 г кипкән гранат ҡабығын һалып, өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Өҫтөн ҡаплап 25-30 минут ултыртып торғас эсә башларға мөмкин. Төнәтмәне бер юлы ярты стакан эсергә һәм көтөргә. Баҫылмаһа, өс сәғәттән һуң ҡалған яртыһын да эсеп ҡуйырға.

Бындай дауаланыуҙың үҙенсәлеге шунда: ашҡаҙан-эсәк юлында сиргә сәбәп булған бактериялар юҡҡа сыға, ә уларҙың урынын һауҙары биләй бара.

Бынан тыш бындай төнәтмә менән ҡырҡылған, сәнселгән яраларҙы ла дауалап була. Уның өсөн таҙа сепрәкте әлеге төнәтмәлә манып ауыртҡан ергә яра уңалғансы һалып торорға.

Фото:YouTube

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: