Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2022, 07:45

Хәл еңел булмаһа ла...

Бер тәүлектә генә сир 3780 кешелә асыҡланған. 

Хәл еңел булмаһа ла...Хәл еңел булмаһа ла...
Хәл еңел булмаһа ла...

Башҡортостанда коронавирус менән сирләп киткән кешеләр һаны көн һайын рекордтар ҡуя. Һуңғы тәүлектә лә һандар бик ҙур – 3780. Пандемия башланғаны бирле иһә был диагноз 164708 кешегә ҡуйылды. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та төбәктә коронавирустың таралыуы буйынса хәл еңел түгел, әммә ул контролдә тотола тине.

“Әлегә көсөргәнешле тәртиптә эшләп торорға тура киләсәк”, – тине Радий Хәбиров.

Сир менән 23413 кеше амбулатор шарттарҙа, өйҙәрендә дауалана. Дауаханаларҙа 327 кеше ята, уларҙың 23-ө ауыр хәлдә.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәр өсөн дауаханала урындар һаны арттырылған. Министр аңлатыуынса, был райондарҙа стационарға ятыу ихтыяжы булған сирлеләрҙең артыуы менән бәйле.

– Бөгөн 3250 урын бар, уларҙың 81 проценты биләнгән, – тине министр.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация кампанияһы дауам итә. Прививканың беренсе компонентын 2419275 кеше һалдырған, 2264882 кеше был процедураны тулыһынса тамамлаған. 338 мең кеше ревакцинация яһатҡан.

Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын 2759 бала һалдырған. 14 үҫмер вакцинаның икенсе компонентын да ҡуйҙырып өлгөргән. Максим Забелин белдереүенсә, бер кемдә лә кире эҙемтәләр табылмаған.

Фото: gorobzor.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас