Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2022, 11:30

Кешеләр сәләмәтлеген хәстәрләп

Республика ашығыс ярҙам  станцияһында эшләүсе анестезист, шәфҡәт туташы Наталья Владимировна Навозова  тураһында “үҙ һөнәренең оҫтаһы” тип әйтеү генә аҙ һымаҡ...

Кешеләр сәләмәтлеген хәстәрләпКешеләр сәләмәтлеген хәстәрләп
Кешеләр сәләмәтлеген хәстәрләп

Республикаға идара итеү үҙәгендә башҡаларға өлгө булырлыҡ шәхестәр менән таныштырыуҙы дауам итәләр.

Республика ашығыс ярҙам  станцияһында эшләүсе анестезист, шәфҡәт туташы Наталья Владимировна Навозова  тураһында “үҙ һөнәренең оҫтаһы” тип әйтеү генә аҙ һымаҡ: күкрәген биҙәгән Пирогов орденын эшен еренә еткереп эшләгән өсөн генә түгел, ә уны мөккибән яратҡан, оло  яуаплылыҡ менән башҡарған фиҙакәрлек өсөн бирәләр.

 Смена артынан сменалар үтә тора һәм бына өс тиҫтә йылға яҡын Наталья Навозова кешеләргә ярҙам итә. Еңел булмаған минуттары ла аҙ булмағандыр, мәгәр ул һаман – постта, кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләй, ғүмерҙәрҙе ҡотҡара.

Бындай фиҙакәр кешеләр хаҡында бөтәһе лә белергә тейеш.

Мәғлүм булыуынса, “Ғорурланырға  урын бар” проектын Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш каналы менән  берлектә тормошҡа ашыра, был рубрикала башҡаларға өлгө булырлыҡ кешеләр хаҡында һөйләйҙәр.

Фото:  vnovgorode.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас