Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2022, 08:00

35 йыллыҡ стажы булған педиатр нимә ти?

Әле табиптар, айырыуса педиатрҙар, “барығыҙ, йүгерегеҙ, балағыҙға прививка яһатығыҙ”, тимәй. Улар ҙа яңы вакцинаға ипле ҡарай.

35 йыллыҡ стажы булған педиатр нимә ти?35 йыллыҡ стажы булған педиатр нимә ти?
35 йыллыҡ стажы булған педиатр нимә ти?

Эпидемия башланғандан алып ике йыл буйына беҙгә коронавирус балалар өсөн әллә ни ҡурҡыныс түгел, тип килделәр. Был ысынлап шулай булды ла. Әммә “дельта” һәм унан һуң яңы “омикрон” штамы килеү менән хәл үҙгәрҙе. Хәҙер балалар ҙа нығыраҡ сирләй башланы. Сирләйҙәр, дауаханаларға эләгәләр, аҙаҡ өҙлөгәләр... 

Өҫтәүенә коронавирустың сираттағы штамы нисек булырын бер кем дә белмәй. Бәлки, ул шул уҡ дельтаға ҡарағанда агрессивыраҡ булыр. Шуға күрә кәртә ҡуйыу, вакцина һалыу мөмкинлеге бар. Вирус бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, ул беҙҙең янда ҡала һәм даими үҙгәреп тора. Шуға күрә организм ковидтың башҡа штамдары менән дә осрашыуға әҙер булырға тейеш.

Ниһайәт, илебеҙҙә лә балалар өсөн вакцина барлыҡҡа килде. Дөрөҫөрәге, “Спутник М” 12-нән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Тик инде сирҙе еңеү сараһы килеп сыҡҡайны, йәмғиәттә йәнә ҡаршылыҡтар, анығыраҡ әйткәндә, антиваксерҙарҙың пропагандаһы башланды. Имеш, беҙҙең балаларҙа һынау үткәрәләр. Ә бит вакцина ысынлап һыналды, барлыҡ тикшереүҙәрҙе үтте. Уны яһатҡан бер балала ла кире йоғонто асыҡланмаған.

Белгестәр был турала үҙенең фекерен әйтә. Әле табиптар, айырыуса педиатрҙар “барығыҙ, йүгерегеҙ, балағыҙға вакцина яһатығыҙ”, тимәй. Улар ҙа яңы прививкаға ипле ҡарай. Беҙ Дәүләкәндең үҙәк район дауаханаһы педиатры Зөлфиә Ханнанованың фекерен һораштыҡ. Ул балалар табибы булып 35 йыл эшләй.

– Бөгөнгө эпидемиологик хәлгә ҡарап, барыбер балаларға ла прививка яһатырға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Әлеге ваҡытта балалар араһында сирләү арта, 10-13 процентҡа үҫеш күҙәтәбеҙ. Улар ҙа хәҙер нығыраҡ сирләй башланы. Минеңсә, тәү сиратта прививканы хроник сирҙәре булғандарға яһатырға кәрәк, был айырыуса, диабет, тын юлы астмаһы, һимереү менән йонсоғандарға ҡағыла. Әлбиттә, сирҙәре киҫкен осорҙа булмағанда яһатырға кәрәк. Тик шуны онотмайыҡ: һәр балаға мотлаҡ шәхсән ҡараш кәрәк! Прививка алдынан ғәҙәти тән температураһын үлсәү, тамағын ҡарау ғына етмәй. Мотлаҡ рәүештә тәүҙә ҡанының дөйөм анализын тапшырырға кәрәк. Бәлки уның берәй сире барҙыр, анализһыҙ быны белеп булмай бит. Шулай уҡ мөмкинлек булһа, антиесемдәргә лә анализ биреү артыҡ булмаҫ ине. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап ҡына ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Ғөмүмән, ата-әсәләргә кәңәшем шул: теләһә ниндәй прививка алдынан да анализ биреү мотлаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер сирле балалар күп, шуға күрә уның һаулығы торошон белеп тороу мөһим. Ә был коронавирустан прививкаға килгәндә, балалар уны еңел үткәрә, – ти табибә.

Әйткәндәй, Зөлфиә Феликс ҡыҙы үҙе лә, тормош иптәше лә коронавирусҡа ҡаршы прививканы өс тапҡыр яһатҡан. Уның үҙенең балалары өлкән, улар ҙа яҡланған. Шулай уҡ табибә - биш ейән-ейәнсәргә өләсәй. Әле улар бәләкәйҙәр, шулай ҙа ниндәй генә прививка яһатһалар ҙа, өләсәләре уларҙы анализдар бирҙереп, хәлдәрен контролдә тотоп эшләтә һәм башҡаларға шул кәңәшен бирә.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас