Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2022, 17:30

Ауырымайыҡ, һауығайыҡ!

12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 2 880 бала “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан.

Ауырымайыҡ, һауығайыҡ!Ауырымайыҡ, һауығайыҡ!
Ауырымайыҡ, һауығайыҡ!

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 4 февралдән 10 февралгә тиклем ваҡыт арауығында киҙеү һәм киҫкен респиратор инфекцияһы диагнозы 99 042 ауырыуға ҡуйылған, шуларҙың 23 741-ен балалар тәшкил итә.

Киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу кимәле республика халҡы араһында аҙналыҡ эпидемик сиктән 453,3 процентҡа юғары, ул өлкәндәрҙең күп сирләүе менән аңлатыла. Киҫкен респиратор вируслы сирҙәр үҙ эсенә киң таралған байтаҡ йоғошло сирҙәрҙе үҙ эсенә ала. Уларға хас дөйөм сифат – тын алыу юлдарын зарарлау. Беҙҙең өсөн яҡшы билдәлеләре: киҙеү, аденовирус инфекцияһы, парагрипп, риновирус инфекцияһы һәм башҡалар. Йоғошло сир сығанағы һәр ваҡытта ла ауырыу кеше йәки вирусты йөрөтөүсе. Вирус һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүтәлләгәндә йоға, тәүге клиник билдәләре 12 сәғәттән 48 сәғәткә тиклем күренә. Ябай ғына һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү ҙә һеҙҙе сирҙе йоҡтороуҙан һаҡлауы мөмкин, ти табиптар.

Республикала яңы коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәр һаны 27 025 тәшкил итә, 347 пациент дауаханала, 26 678 ауырыу өйҙә дауалана. Ковидҡа ҡаршы оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 34 пациент ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә 3 297 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 пациент вафат булған. Вирус ҡорбандары һаны республикала биш меңдән ашты.

Вакцина яһатыуҙы тулыһынса 2 283 087 кеше тамамлаған, йәғни 91,9 процент. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 2 880 бала “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас