Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2022, 17:15

Бурыстар кәмемәй әле

Былтыр бөтә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәренең иғтибары халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде.

Бурыстар кәмемәй әлеБурыстар кәмемәй әле
Бурыстар кәмемәй әле

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 2021 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эш һөҙөмтәләре буйынса ултырыш үткәрҙе.

2021 йыл һаулыҡ һаҡлау системаһының эш планына мөһим үҙгәрештәр индерҙе. Максим Забелин әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһының нығыныуы көс һәм средстволарҙы яңынан бүлергә, кадрҙарҙы тәү сираттағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн тупларға мәжбүр итте. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә бөгөн төп сара булып элеккесә вакцина яһатыу тора. Былтыр бөтә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәренең иғтибары халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар үткәрелде, 572,9 миллион һумлыҡ 2 561 берәмек ҡорамал алынды. Улар иҫәбендә – рентген аппараттары, ультратауыш ҡорамалдары, эндоскопик системалар.

Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 17 төҙөлөш алып барылды, ике объект проектланды. Бөрө ҡалаһында һәм Саҡмағошта ике поликлиника, һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлдө. Биналарҙы үҙгәртеп ҡороу дауам итә. Хирургия корпусы төҙөлөшө менән бергә Республика кардиология үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиника корпусы, Учалы ҡала дауаханаһының хирургия корпусы, Балалар онкология һәм гематология үҙәге сафҡа инәсәк. Көнбайышта (Туймазы ҡалаһы) һәм Урал аръяғында (Сибай ҡалаһы) ике яңы йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөшө башланды.  

2021 йылда һаулыҡ һаҡлау тармағы “Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағының тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға тотондо.  Уға ярашлы, яңы төҙөлөш, үҙгәртеп ҡороу һәм капиталь ремонтлау, шулай уҡ медицина ойошмаларын яңы медицина изделиелары менән йыһазландырыу, иҫкеләрен алмаштырыу буйынса саралар ҡаралған.

“Затон” биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһы, Мәсәғүттә, Баймаҡта балалар поликлиникалары төҙөлөшө дауам итә. Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән берлектә дауахана төҙөү ҡарала, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә йоғошло ауырыуҙар корпусы үҙгәртеп ҡорола. 31 медицина ойошмаһына 77 автомобиль тапшырылды. Быйыл 85 автомобиль алыуға контракт төҙөлдө.

Министрҙың әйтеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тармаҡҡа яңы көстәр йәлеп итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары биреү буйынса даими эш алып бара. ”Ауыл табибы” программаһы буйынса былтыр федераль һәм республика бюджеттарынан 143 миллион һум аҡса бүленгән. ”Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса бер тапҡыр бирелгән 500 мең һум күләмендәге пособиены 35 фельдшер алған. Бер миллион һум күләмендәге компенсация түләүҙәре етешмәгән белгеслектәргә эйә 42 табипҡа тапшырылған. Шулай уҡ бер миллион һум күләмендәге компенсация түләүҙәрен юғары белемгә эйә 62 медицина хеҙмәткәре алыуға өлгәшкән. Министрҙың әйтеүенсә, бындай ярҙам саралары артабан да күрһәтеләсәк.

Мәғлүмәт системаһы үҫешендә төп ролде “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һанлы контур” проекты үтәй. 2021 йылғы эш һөҙөмтәһе буйынса, проекттың бөтә төп күрһәткестәре үтәлгән.

– Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – телемедицина. Һуңғы ике йылда пандемия арҡаһында телемедицина технологиялары үҫешендә  һиҙелерлек алға китеш күҙәтелде. Ситтән тороп консультация үткәреүгә ихтыяж 7,5 тапҡырға артты, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар билдәләнде. Башҡортостан дүрт йүнәлеш – “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “Башҡортостан санитар авиацияһы”, “Онкология сирҙәре менән көрәш” һәм “Балалар һаулыҡ һаҡлауын, медицина ярҙамын күрһәтеүҙә заманса инфраструктура булдырыу менән бергә үҫтереү” буйынса иң яҡшыһы тип табылды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54905

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас