

17 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” форматында дауалау учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү һәм төбәктә һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшө буйынса сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе.
***
Кәңәшмә башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының терапия бүлексәһе мөдире Леонора Хөсәйеноваға Пирогов орденын яңы коронавирус инфекцияһы булған пациенттарға медицина ярҙамды ойошторғаны һәм күрһәткәне өсөн тапшырҙы.
2021 йылда ул Амур өлкәһенә юлланған Башҡортостан табиптары бригадаһына етәкселек иткән.
- Рәсәй Президенты Владимир Путин Леонора Хөсәйенованы Пирогов ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйған. Был – илдәге ҙур медицина наградаһы, - тине Радий Хәбиров. – Һуңғы ике йылда республикала йәшәүселәр медицина хеҙмәткәрҙәре алдында түләп бөтөп булмағанса бурыслы. Шуға һәр саҡ табиптарыбыҙға, фельдшерҙарыбыҙға, шәфҡәт туташтарына уларҙың баһалап бөткөһөҙ эше өсөн рәхмәт белдерәм.
Артабан “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская сығыш яһаны. Ул социаль селтәрҙә кешеләрҙең ниндәй һорауҙар биреүе, кире бәйләнеш платформаһында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итеүе тураһында һөйләне. Шулай итеп, 2022 йыл февраленең тәүге ике аҙнаһында, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны ике тапҡырға артҡан – 506-нан 1134-кә тиклем.
"Тәү сиратта кешеләр QR-код сертификаттарын алыу, ПЦР-тестар һәм өйгә табипты саҡырыу тураһында һорай, - тип аныҡланы Елена Прочаковская. – Элеккесә, мөрәжәғәттәр һаны буйынса лидерҙар - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Ишембай һәм Иглин райондары халҡы".
Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле хәл һәм ҡабул ителгән саралар тураһында “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
"Беҙ кешеләрҙең ПЦР-тестар һөҙөмтәләрен алыу хәле менән бәйле проблемалар хаҡында беләбеҙ. 680 мөрәжәғәттең һәр береһен ҡарайбыҙ, сәбәптәрен табабыҙ һәм эште яҡшыртабыҙ. Һуңғы 16 көндә 400 меңгә тиклем анализды тикшерҙек, - тине министр. – Төп сәбәп февраль башында поликлиникаларға, амбулаторияларға һәм лабораторияларға көсөргәнештең артыуы менән бәйле. Ул саҡта республикала йәшәүселәр күпләп ПЦР-тест тапшырғайны".
Үткән аҙнала республикала COVID-19 менән сирләүҙең яңы 4341 осрағы теркәлде. Яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырығандарҙың 96 проценты, дауахана койкаларында урын алмай, амбулатор дауалана.
- Стационарҙарҙа - 347 кеше. Уларҙың 34-е – интенсив терапия бүлексәһендә. Үпкәне яһалма елләтеү аппаратында берәү ҙә юҡ. Буш койкалар һаны 34 процент тәшкил итә, - тине Максим Забелин. – Дөйөм, шул иҫәптән киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән пациенттар һаны һиҙелерлек артмай. Февралдең икенсе аҙнаһында ашығыс ярҙам бригадалары саҡырыу һаны ике тапҡырға кәмене, терапевтарҙы өйгә саҡырыу һаны ла 63,4 процентҡа аҙайҙы. Был айырым тотороҡлолоҡ тураһында һөйләй. Эксперттар сирләүҙәр һаны буйынса платоға етеүебеҙ һәм тиҙҙән кәмеүҙе күҙаллай.
Республикала COVID-19-ҙан 2 283 087 кеше вакцинациялауҙы тулыһынса тамамланы. Беренсе компонент менән 2 431 416 граждан прививкаланған, йәки вакцинация үтергә тейешлеләрҙең 97,8 проценты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звено табиптарына һәм уларға ярҙам иткән Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторҙарына, студенттарға, медицина колледждарында уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Төбәк етәксеһе вице-премьер Максим Забелинға дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү өсөн табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йәлеп итеү хаҡында ла һүҙ булды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төп дүрт программа тураһында һөйләне.
“Ауыл табибы” программаһы буйынса былтыр федераль һәм республика бюджетынан 143 миллион һум аҡса бүленгән. Был йыраҡта ятҡан ауылдарға килгән 68 табипҡа – 1,5 миллион һум, 26 фельдшерға 750 меңешәр һум биреү мөмкинлеген асҡан. Тағы халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡасабаларҙа һәм ҡалаларҙа эш башлаған 17 табипҡа – берәр миллион, туғыҙ фельдшерға 500 меңәр һум.
“Ауыл табибы” программаһы 2016 йылдың 1 ғинуарынан фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә алынған 35 фельдшерға 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән пособиены түләү мөмкинлеген асты. Бер миллион һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡса дефицит булған 42 белгес-табипҡа һәм 2017 йылдан ауыл биләмәһенә, бәләкәй ҡалаларға эшкә килгән юғары белемле 62 медицина хеҙмәткәренә тапшырылған.
Быйыл “Ауыл табибы” программаһы буйынса 60 табип өсөн – 1,5 миллион һумышар аҡса, барып етеүе ауыр булған биләмәләрҙәге ауылдарға эшкә килгән 36 фельдшер өсөн 750 мең һум, тағы 50 меңгә тиклем халҡы булған ҡасабаларға йәки ҡалаларға эшкә күсәсәк 20 табипҡа – берәр миллион һум, 12 фельдшерға 500 меңәр һум аҡса түләүҙәре биреү планлаштырылған. “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса быйыл 33 фельдшерға, тағы дефицит белгес булған 124 табипҡа һәм ауыл биләмәләренә, ҙур булмаған ҡалаларға эшкә килгән 150 табипҡа түләүҙәр ҡаралған.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә кадрҙар дефициты мәсьәләһе менән Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Трофимов һөйләне.
- Дыуан районына ауыл программалары буйынса килгән барлыҡ фельдшерҙар һәм табиптарҙың өстән ике өлөшө беҙҙә ҡалып, эшләүен дауам итә, - тине Валерий Трофимов. – Быға сәбәптәрҙең береһе – торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Тиҙҙән республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды бюджет өлкәһендә эшләгәндәр һәм торлаҡҡа мохтаж дыуандар өсөн алтынсы күп фатирлы йорто файҙаланыуға тапшыра һәм алтынсыһын төҙөүгә тотона. Районда шулай уҡ табиптар өсөн отошло шарттарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө бара.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына табиптарҙы, фельдшерҙарҙы матди дәртләндереү программаларын эшләп бөтөргә ҡушты.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар мәсьәләһен дауам итеп, медицина колледждары филиалдары селтәре эшенә лә анализ яһанылар.
Республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты һаҡланып ҡалынған, һуңғы йылдарҙа уларҙы этап буйынса алмаштырыу, ремонтлау, яңыларын төҙөү эше бара. 2019 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 151 фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырҙылар. Яңылар өсөн белгестәр кәрәк, ә улар – тәү сиратта медицина колледждарын тамамлаусылар.
Вице-премьер Максим Забелин әлеге Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Салауат, Бәләбәй, Белорет, Сибай ҡалаларындағы медицина колледждарына яҡындағы ике йылда Нефтекама, Октябрьский, Учалы ҡалаларында, Мәсәғүт ауылында яңы филиалдарҙы өҫтәйәсәктәр, шулай уҡ Сибай медицина колледжына ҡабул итеү планын арттырасаҡтар.
- Быйыл 1 сентябрҙә был ҡалаларҙа һәм райондарҙа медицина колледждарын мотлаҡ асырға кәрәк, - тип ҡушты Радий Хәбиров. – Иртәгә колледждар директорҙары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрәбеҙ, унда урта һөнәри белем биреү, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау системаһына белгестәр әҙерләү хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.
“Сәләмәтлек сәғәте”нән һуң унда ҡатнашыусылар яңы дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөлөшөн ҡараны. Быйыл капиталь төҙөлөштөң 12 объектын һәм 44 модуль конструкцияһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.
“Башҡортостан Республикаһының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы нигеҙендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ашығыс ярҙам” станцияһы булған 63 койкалыҡ дауахана төҙөлөшө бара. Учалыла үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусын күтәрәләр.
Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, баш табиптар видеобәйләнеш аша төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне.
Шулай итеп, Баймаҡта балалар полклиникаһы төҙөйҙәр. Быйыл май уртаһында Бөрөлә балалар һәм өлкәндәр поликлиникаларын асыуҙы планлаштыралар. Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкология һәм гемотология үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы поликлиника төҙөлөш майҙансыҡтарында эш тиҙлеге яҡшы. Туймазы һәм Сибай ҡалаларында ике инфекция госпитален төҙөү тамамлана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәре графигын ныҡлы контролгә алырға ҡушты.
Фото: glavarb.ru