Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2022, 17:45

“Спутник М” һынауҙы үтте

Рәсәйҙә 60 меңдән ашыу үҫмер прививка яһатҡан.

“Спутник М” һынауҙы үтте“Спутник М” һынауҙы үтте
“Спутник М” һынауҙы үтте

12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн коронавирустан вакцинаны клиник тикшереүҙәр препаратҡа кире реакция булмауын раҫлаған. Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сергей Глаголевтың Дәүләт Думаһы депутаты запросына биргән яуабында әйтелә.

“Спутник М” вакцинаһына ҡарата дәғүәләр, етди көтөлмәгән реакциялар тураһында мәғлүмәттәр клиник тикшереүҙәр барышында “Росздравнадзор”ға килмәне”, – тиелә рәсми хатта. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтыр 24 ноябрҙә коронавирустан 12-17 йәшлектәр өсөн “Спутник М” вакцинаһын теркәне. Ул ике компоненттан тора, 21 көн ваҡыт арауығында яһала. Прививкалар ата-әсә йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәре ризалығы менән эшләнә. 15 йәштән өлкән балалар үҙҙәре лә вакцина яһатырға ризалыҡ бирә ала.

Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә 60 меңдән ашыу үҫмер прививка яһатҡан, барыһы ла уны яҡшы үткәргән.

Фото: penzasmi.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас