Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2022, 13:34

Ашағаның аш булһын

Кеше һаулығына иң тәьҫир иткән ғәмәл – туҡланыу.

VK.com
Фото:VK.com

Кеше һаулығына бик күп факторҙар – экология, стресс, генетика йоғонто яһай. Әммә иң ныҡ тәьҫир итеүсе ғәмәл – туҡланыу. Аҙыҡ, организмыбыҙҙың биологик системаһына үтеп инеп, беҙҙең көс-ҡеүәт балансын тулыландыра, шуның өсөн дә нимә ашауыбыҙ бик мөһим.

Ризыҡтың тәьҫире ыңғай ҙа, кире лә булыуы ихтимал. Бер ниндәй файҙаһы булмаған, йәғни балласт аҙыҡтар бар. Витаминдарға, микроэле­менттарға бай, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған, файҙалы матдәләрҙе үҙләш­терергә ярҙам иткән ризыҡтар ҙа етерлек.

Татлы, ыҫланған, үтә тоҙло аҙыҡ-түлек менән артыҡ мауы­ғыу яман шешкә булышлыҡ итеүе ихтимал. Шулай итеп, һәр кеше өсөн төп ҡағиҙә – тоҙло, майлы, ыҫланған ризыҡ­тарҙы, шәкәрҙе сикләү. Шаш­лыҡ, чипсы, торт, ҡурылған картуф менән үҙегеҙҙе мөмкин тиклем һирәгерәк һыйлағыҙ, улар көндәлек ризыҡҡа әйләнмәһен. Колбаса менән дә шул уҡ хәл.

Иң мөһиме – ризыҡ иҫкер­мәгән һәм тәбиғи булырға тейеш, тип кәңәш бирә табиптар. Күберәк йәшелсә ашарға, сама менән ит, балыҡ ҡулланырға тәҡдим итә улар. Яңы әҙер­ләнгән ризыҡ витаминдарға һәм башҡа файҙалы элементтарға бай була, улар кеше организмы күҙәнәктәрен туҡландырыуға булышлыҡ итә. Икенсе шарт – етештереү үҙенсәлектәре менән таныш булған, йәғни үҙегеҙ белгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡаптың бөтөнлөгөн тикшерергә, ярлыҡтағы яҙыуҙы уҡып, ризыҡтың составы, яраҡлылыҡ ваҡыты менән танышырға иренмәгеҙ, уның дөрөҫ һаҡланыуы менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ.

Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе фастфудһыҙ күҙ алдына килте­реүе лә ауыр. Был ризыҡтар тиҙ әҙерләнә, тәмле, хуш еҫле, тышҡы күренеше менән дә ылыҡтырғыс. Шул уҡ ваҡытта фаст-фуд – ул буш калориялар. Тиҙ туҡланыу селтәрҙәрендә тәҡдим ителгән был аҙыҡтар  майлы, юғары калориялы, ә витаминдар һәм минералдар уларҙа юҡ кимәлендә. Фастфудтар бигерәк тә балалар өсөн зыянлы. Уларҙы даими ҡулланыусылар организм үҫеше өсөн кәрәкле матдәләрҙе алып еткермәй. Ғәҙәттә, майлы ризыҡтарға татлы газлы эсемлектәр ҡушып бирәләр, һуңғылары аш һеңдереүгә тотҡарлыҡ яһай. Төрлө ароматизаторҙар ҡулланыу сәбәпле, тәмле булып тойолғас, уларҙы ашаған һайын ашағы, эскән һайын эске килә. Һөҙөмтәлә һимереү, диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, ашҡаҙан сирҙәре һәм башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

Эсемлектәр тураһында һүҙ алып барғанда, туҡланыуҙың иң мөһим факторы булып һыу һанала. Рәсәй халҡы һыуҙы аҙ эсә. Бында тәбиғәт шарттары ла йоғонто яһайҙыр, моғайын. Әммә, белгестәр билдәләүенсә, сәләмәт кеше көнөнә 1,5-2 литр һыу эсергә тейеш.

Республиканың нефть химияһы сәнәғәте үҫешкән Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы өсөн һуттар айырыусы файҙалы, уларҙағы пектин матдәләр организмдан ауыр металл тоҙҙарын сығарыуға булышлыҡ итә. Бының өсөн көн һайын кәм тигәндә 300 грамм һут эсергә кәңәш бирә белгестәр. Емеш-еләкте үҙегеҙ һығып һут яһау мөмкинлеге булмаһа, концентраттар ҡушылмаған һуттарҙы һатып алығыҙ. Шулай уҡ йәй компоттар әҙерләгеҙ, емеш­тәрҙән яһалған морс, кеҫәлдәр ҙә файҙалы.

Кемгәлер был ябай ғына хәҡиҡәт иҫкергән булып тойолор, әммә уның хаҡында иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ. Насар ғәҙәттәрҙән – тәмәке тартыуҙан, алкоголь ҡулланыуҙан баш тартығыҙ. Спиртлы эсемлектәр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарына сәбәпсе була, бауыр һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа, мейе күҙәнәктәрен емерә. Никотин тын юлы системаһына һәм ҡан әйләнешенә зарарлы йоғонто яһай, үпкә, ҡыҙыл үңәс, бөйөр һәм башҡа ағзаларҙың яман шешенә дусар итеүе ихтимал.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас: