Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль , 13:35

Дөрөҫ файҙаланыу мөһим

vk.com
Фото:vk.com

Йәшелсәнең организм өсөн файҙаһы бик ҙур. Кешенең һаулығын, йәшәйешен тәьмин итеүҙә улар төп роль уйнай. Йәшелсә күп төрлө, шуға күрә үҙенсәлеген белеп, рационда дөрөҫ файҙаланыу мөһим.

Помидор составындағы ликопин антиоксиданттары яман шеш, атеросклероз, тамырҙар елһенеүе ауырыуҙарын иҫкәртеү,  дауалау сифатына эйә. Помидорҙа А витамины күп, ул яман шеш таралыуының иң зарарлы факторы – ирекле радикалдарҙан һаҡлай.

Брокколи составында сульфорафон тигән матдә күп, ул зарарлы бактерияларҙы үлте­реп, ашҡаҙанды гастрит, сей яра (язва) сирҙәренән, рак кү­ҙәнәктәренең үҫешенән һаҡлай, шулай уҡ иммунитетты нығы­тыусы туҡлыҡлы матдәләргә бай.

Брюссель кәбеҫтәһе фолий кислотаһына бай, шуға күрә ауырлы ҡатындар өсөн бик файҙалы. Составында В-төркөмөнә ингән витаминдар ҙа күп, Омега-3 тире торошон, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.

Кишер – антиоксидант һәм А витамины сығанағы. Күреү һәләтенә, тышҡы ҡиәфәткә яҡшы тәьҫир итә.

Ҡабаҡ йөрәк өсөн файҙалы магний менән калийға бай. Сос­тавында күҙәнәкле туҡыма­ларҙың күп булыуы организмдан холестеринды сығарыуға булышлыҡ итә. Күҙҙәр, тире, бауыр өсөн файҙалы, сәс ағарыуын тотҡарлай.

Татлы борос аскорбин һәм фолий кислоталарына, анти­ок­сиданттарға  бай. Ҡыҙыл төҫтәге сорттары бигерәк тә файҙалы: хром – шәкәр диабетынан, ликопин – яман шештән, аш сүстәре организмды атеросклероздан һаҡлай.

Баклажан организмдан холестеринды, артыҡ шыйыҡ­саларҙы сығарыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ составындағы калий, күҙәнәкле туҡымалар йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Шпинат туҡлыҡлы матдә­ләргә бик бай. Ашҡаҙан-эсәк системаһы, шайыҡ биҙҙәре өсөн файҙалы. Күреү функцияларын нығыта.

Һуған остеопороздан фай­ҙалы, диабет, тамырҙар елһе­неүе ауырыуҙарын иҫкәртә.

Ҡыҙыл сөгөлдөр тимергә, баҡырға һәм В төркөмө витаминдарына бай, шуға күрә ҡанда гемоглобин кимәлен нормала тотоуға булышлыҡ итә, ҡан баҫымын төшөрә. Ашҡаҙан-эсәк системаһы эшмәкәрлеген көйләй.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас в