Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2022, 06:00

“Хеҙмәттәштәремдән күп нәмәгә өйрәндем”, - ти Светлана

 "Пандемия башланғас, вирус Рәсәйҙе ситләтеп үтер, тип уйлағайным. Яңғылышҡанмын..."

“Хеҙмәттәштәремдән күп нәмәгә өйрәндем”, - ти Светлана“Хеҙмәттәштәремдән күп нәмәгә өйрәндем”, - ти Светлана
“Хеҙмәттәштәремдән күп нәмәгә өйрәндем”, - ти Светлана

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университетының ике меңдән ашыу студент һәм ординаторы,  медицина колледждарының меңгә яҡын  уҡыусыһы поликлиникаларҙа, дауаханаларҙа, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә практика үтә. Студенттар тәүге звено табиптарына ҙур ярҙам күрһәтә. Шуларҙың береһе, 18 йәшлек студент Светлана Исмаилова Иглин үҙәк район дауаханаһында һынау үтә, яңы күнекмәләр ала.

Өфө ҡыҙының әсәһе лә табип, балаларҙы дауалай.

”Иглин үҙәк район дауаханаһынан маҡсатлы йүнәлтмә алғанға күрә, практиканы ла ошо учреждениела үтәм. Пандемия башланғас, вирус Рәсәйҙе ситләтеп үтер, тип уйлағайным. Яңғылышҡанмын, ике йыл инде эпидемия менән көрәшәбеҙ. Сир, юғалтыуҙар ҡайғыһы күптәргә ҡағылды. Беренсе курста ғына уҡыһам да, мин ауырыуҙарға ярҙам итеүҙән ҡурҡмайым. Вакцина яһаттҡанмын. Ҙур көсөргәнеш менән эшләгән табиптарға ярҙам иткем килә, өҫтәүенә был эштә ниндәй ҙур тәжрибә туплаясаҡмын! Мин тамырҙан ҡан алырға, ПЦР-тест эшләргә өйрәндем. Вирустан һаҡлаусы костюмдарҙа эшләйбеҙ, үҙемде ҡайһы саҡта космонавт итеп хис итәм. Йыш ҡына пациенттар юғары температура, йүтәл  менән килә, күҙҙәре ауыртыуына зарлана. Һәр кемгә ярҙам итке килә,” – ти Светлана.

  Студенттарҙың эш көнө 7.30 сәғәттә башлана һәм төшкә тамамлана. Хакимиәт уларҙы Өфөгә илтеү өсөн автобус бүлгән. Теләгәндәр ятаҡҡа урынлаша ала.  Светлана Исмаилова әлегә коронавирус менән бер тапҡыр ҙа ауырымағанын белдерҙе, ”бөтә ғаиләбеҙ менән вакцина яһатҡанбыҙ, вирусты йоҡтороуҙан ҡурҡмайым, иммунитетым  барыһын да еңеп сығыр кеүек,” ти буласаҡ табип.

Светлана Исмаилова фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас