

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙылды.
“2022 йылда Башҡортостанда 60 табип – 1,5 миллионышар, 36 фельдшер 750 меңешәр һум аҡса аласаҡ. Был “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” төбәк программалары ярҙамында мөмкин булды.
Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенең “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфиры һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналды.
Был – һуңғы ике йылда иң төп темаларҙың береһе. Күп һорауҙар коронавирус менән бәйле. Уларҙы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ҡарайбыҙ.
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн аналитика кәрәк. Бының өсөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә фокус-төркөмдәр форматында кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, уларҙа ҡатмарлы хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ.
Мәсьәләләрҙең бер өлөшө республика Башлығының иғтибарын да талап итә. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге Радий Хәбиров үткәргән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” ултырыштарында ҡатнаша. Бындай кәңәшмәләр өсөн ҡатмарлы мәсьәләләрҙе әҙерләйбеҙ.
Тәүлеккә статистика тураһында. Республикала йәшәүселәр мөрәжәғәт иткән өс төп популяр тема – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ (108 хәбәр), юлдар – (97) һәм төҙөкләндереү (82).
Ентекләберәк - видеола.
Видеонан скриншот: Республикаға идара итеү үҙәге.