Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2022, 11:15

Тармаҡ белгестәре менән көслө

 Тап ошондай юғары талаптарға эйә булған “Беренсе кимәлдәге яңы модель күрһәткестәрен индереү буйынса иң яҡшы поликлиника” номинацияһында ҙур уңышҡа ирешкән Күмертау ҡала дауаханаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.

Тармаҡ белгестәре менән көслөТармаҡ белгестәре менән көслө
Тармаҡ белгестәре менән көслө

Матбуғат саралары һәр көн һайын халыҡты һаулыҡ һаҡлау тармағындағы яңылыҡтар, ҡаҙаныштар, башҡарылған эштәр менән даими таныштырып барырға тырыша. Әлбиттә, ҙур көсөргәнеш менән эшләгән өлкәлә хәл итәһе бурыстар ҙа етерлек. Тармаҡҡа һалынған средстволар, яңы ҡиммәтле ҡорамалдар, яңы дауахана һәм поликлиникалар, өр-яңы технологиялар үҙҙәре генә квалификациялы кадрҙарҙан, тәжрибәле белгестәрҙән, йәш көстәрҙән тыш, медицина ярҙамы күрһәтеүҙәге ғәйәт ҙур бурыстарҙы үтәй алмай.

Дәүләт һәм муниципаль  медицина  ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ауырлыҡтар булыуы сер түгел. Сәбәптәре билдәле: кадрҙарҙың тармаҡтан күпләп китеүе, тотороҡһоҙлоҡ, табип профессияһының баһаһы кәмеүе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреү буйынса байтаҡ саралар ҡабул итергә кәрәклеген тармаҡ етәкселәре яҡшы аңлай. Яңыраҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн республиканың медицина колледждарында уҡыусылар һанын 400-гә арттырыу ҡаралды, шул иҫәптән, “Дауалау эше” белгеслеге буйынса–150, “Шәфҡәт туташтары эше”нә 250 уҡыусы алынасаҡ. 2022 йылда  республиканың медицина колледждарында студенттар һаны 400-гә арттырылды. Был күрһәткес “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һалынған.

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тармаҡҡа яңы көстәр йәлеп итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары биреү буйынса даими эш алып бара. ”Ауыл табибы” программаһы буйынса былтыр федераль һәм республика бюджеттарынан 143 миллион һум аҡса бүленгән. ”Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса бер тапҡыр бирелеүсе  500 мең һум күләмендәге пособиены 35 фельдшер алған. Бер миллион һум күләмендәге компенсация түләүҙәре  етешмәгән белгеслектәргә эйә  42 табипҡа тапшырылған.  Шулай уҡ бер миллион һум күләмендәге компенсация түләүҙәрен юғары белемгә эйә 62 медицина хеҙмәткәре алыуға ирешкән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  әйтеүенсә, бындай ярҙам саралары артабан да күрһәтеләсәк.

Мәғлүмәт системаһы үҫешендә төп ролде “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һанлы контур” проекты үтәй. 2021 йылғы эш һөҙөмтәһе буйынса проекттың бөтә төп күрһәткестәре үтәлгән. Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – телемедицина. Һуңғы ике йылда пандемия арҡаһында телемедицина технологиялары үҫешендә  һиҙелерлек алға китеш күҙәтелде. Ситтән тороп консультация үткәреүгә ихтыяж 7,5 тапҡырға артты. Шуныһы шатлыҡлы, ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы башҡа төбәктәрҙән артта ҡалмаҫҡа, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә алдынғы позицияны һаҡларға тырыша. Яңыраҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу  буйынса алдынғыларҙы билдәләне.

Башҡортостан дүрт йүнәлеш –“Сәләмәт республика– сәләмәт төбәк”, “Башҡортостан санитар авиацияһы”, “Онкология сирҙәре менән көрәш” һәм “Балалар һаулыҡ һаҡлауын, медицина ярҙамын күрһәтеүҙә заманса инфраструктура булдырыу менән бергә  үҫтереү” буйынса иң яҡшыһы тип табылды.

Һанап китһәң, тормошҡа ашырылған эштәр байтаҡ икән. Пандемия тормошобоҙға ҙур  үҙгәрештәр  индереүенә ҡарамаҫтан, тармаҡ үҫешеүҙән туҡтаманы, киреһенсә, көс һәм средстволарҙы яңынан уйлап бүлергә, кадрҙарҙы тәү сираттағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн тупларға  мәжбүр итте.  Былтыр бөтә  һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәренең иғтибары халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар үткәрелде, 572,9 миллион һумлыҡ 2 561 берәмек ҡорамал алынды. Улар иҫәбендә – рентген аппараттары, ультратауыш ҡорамалдары, эндоскопик системалар.

Рәсәй төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Уға ярашлы, өҫтәмә медицина объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, транспорт саралары менән тәьмин итеү ҡарала. Ошо программа буйынса Башҡортостанда былтыр 73 модулле ФАП урынлаштырылды, райондарҙа һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Шулай уҡ 22 медицина ойошмаһында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Үткән йылда медицина ойошмалары өсөн 76 берәмек автомобиль транспорты алынды.

Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы,   былтыр 17 төҙөлөш алып барылды һәм ике  объект проектланды. Бөрө ҡалаһында һәм Саҡмағошта  ике поликлиника, һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике табиплыҡ амбулаторияһы  төҙөлдө. Биналарҙы үҙгәртеп ҡороу дауам итә.  Хирургия корпусы төҙөлөшө менән бергә республика кардиология үҙәге, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының яңы поликлиника корпусы, Учалы ҡала дауаханаһының хирургия корпусы һәм Балалар онкология  һәм гематология үҙәге сафҡа баҫасаҡ. Республиканың көнбайышында  (Туймазы ҡалаһы) һәм Урал аръяғында (Сибай ҡалаһы) ике яңы йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре төҙөлөшө башланды.  Был һөйөнөслө яңылыҡтар барыбыҙҙың да күҙ алдыбыҙҙа.

Шулай ҙа тармаҡ алдындағы бурыстар кәмемәй әле, ул  ойоштороу оҫталығын яҡшыртыуҙа, тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙә    профессионаллекте үҫтереүҙә   яңы сиселештәр талап итә.

Кисә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған ултырышта  тап ошондай юғары талаптарға эйә булған “Беренсе кимәлдәге яңы модель күрһәткестәрен индереү буйынса иң яҡшы поликлиника” номинацияһында ҙур уңышҡа ирешкән Күмертау ҡала дауаханаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды. Хеҙмәт алдынғыларына уңыштар теләйбеҙ!

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас