

l Америка ғалимдары һәм табиптары билдәләүенсә, көндөҙгө йоҡо йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Аҙнаһына өс тапҡыр 20-30 минут көндөҙ йоҡлап алған кешеләрҙә инфаркт һәм инсульт кисереү хәүефе 40 процентҡа кәмей. Бер үк ваҡытта көндөҙгө ҡыҫҡа ваҡытлы йоҡоноң ҡан баҫымына һәм тотош организмға ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған.
l Помидор ашарға яратыусыларҙа инсульт менән ауырыу хәүефе ике тапҡырға кәмей икәнлеге асыҡланған. Был йәшелсә составында көслө антиоксидант – ликопин бар. Ул ҡанды ҡуйырыуҙан һәм тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Ликопин йәшелсәлә генә түгел, томат пастаһында, һутында, консерваланған помидорҙа ла була. Әйткәндәй, помидорҙарҙы йылытҡанда, ҡайнатҡанда уның концентрацияһы хатта арта икән.
l Инсульт – донъяла иң күп таралған ауырыуҙарҙың береһе, йыл һайын ошо сиргә бәйле 6 миллион осраҡ теркәлә. Миокард инфаркты менән сағыштырғанда, инсульт менән өс тапҡыр күберәк ауырыйҙар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 40, ир-аттарҙың 25 проценты инсульт кисергәндән һуң яҡты донъя менән хушлаша. Пациенттарҙың күп өлөшө тулыһынса һауыҡмай.
l 300 мең сирлене тикшереп, ғалимдар шундай һығымта яһаған: депрессияға, йәғни күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелгән кешеләрҙең инсульт менән ауырыу хәүефе, оптимистарға ҡарағанда, 45 процентҡа йышыраҡ күҙәтелә. Ғәҙәттә, бындай кешеләр тәмәке тартыуға, самаһыҙ туҡланыуға әүәҫ, физик әүҙемлектән дә баш тартыусан була. Улар стрестарҙы ауыр кисерә, ошо сәбәпле баш мейеһе тамырҙары ҡаҡшай.
l Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төн уртаһына тиклем эш менән булыусылар, аҙаҡтан 8 сәғәт йоҡлаһалар ҙа, йөрәк ауырыуҙарына йыш бирешеүсән. Төндә 8 сәғәттән кәм йоҡлаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәүеф төркөмөндә.
l Мысыр мумияларын компьютер томографияһы аша үткәреп тикшергәс, уларҙа йөрәк ауырыуҙары йыш таралғанлығы асыҡланған.
l Башҡа көндәр менән сағыштырғанда, йөрәк өйәнәктәре дүшәмбе иртән күберәк теркәлә. Табиптар иртәнге ваҡытты “хәйерһеҙ ваҡыт” тип тә йөрөтә, сөнки был мәлдә организмда кортизол кеүек стресс гормондары кимәле юғарыраҡ һәм ҡан ҡуйыраҡ була. Ә инсульт осраҡтары күберәк ҡыш күҙәтелә икән.
l Миокард инфарктынан вафат булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың өстән ике өлөшө бер ҡасан да күкрәк тирәһендә ауыртыу тоймаған. Организм тарафынан етештерелгән эстрогендар кимәле кәмеү арҡаһында, ҡатын-ҡыҙҙар менопауза ваҡытында йөрәк ауырыуҙарына тиҙ бирешеүсән була.
l Америкала йыл һайын 2300 донор йөрәге ултыртыла. Пациенттарҙың 25 проценты донор йөрәген көтөп ала алмай, яҡты донъя менән хушлаша.
l Көлгән саҡта ҡан тамырҙары киңәйә һәм көсөргәнешлек кәмей – был йөрәкте һаҡларға ярҙам итә.
l Элегерәк инсульт оло быуын кешеләренең сире булып һанала ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ул “йәшәрә” һәм 45 йәшкә тиклемге кешеләрҙә лә теркәлә. Мәҫәлән, Америкала йыл һайын бәлиғ булмаған 4000-гә яҡын үҫмер инсульт кисерә.
l Дания ғалимдары шуны асыҡлаған: янбаштары 60 сантиметрҙан кәм булған кешеләр йөрәк ауырыуҙары менән йышыраҡ ауырый икән.
Римма СОЛТАНОВА