Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе Сибайҙа йоғошло ауырыуҙар клиника-диагностика үҙәге төҙөлөшө барышын ҡараны.
"Республикала тағы ике госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Улар коронавирус менән көрәшергә ярҙам итәсәк, ә аҙаҡтан инфекция ауырыуҙары менән төплө эшләү, лаборатория диагностикаһы алып барыу һәм башҡа төрлө мөмкинлектәр бирәсәк, шул иҫәптән дауалауҙы ла, – тине Премьер-министр. – Уларҙың береһе – Сибайҙа. Объектта эштәр әүҙем, графикка ярашлы бара, үҙәк төҙөлөшө, уны йыһазландырыу март башына тамамланырға тейеш. Ә март урталарынан тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башларға була тип күҙаллайбыҙ".
Премьер-министр был объекттың Сибай өсөн генә түгел, ә бөтә Урал аръяғы өсөн мөһим икәнен билдәләне. Төҙөлөш эштәре туҡтамай бара.
А. Назаров баштағы тотҡарлыҡтың тупраҡ торошона бәйле булыуын билдәләне. Бында хәл Туймазылағына оҡшамаған ине, тине ул. Әле бар мәсьәләләр хәл ителеп, эш яҡшы бара.
"Был ковид-госпиталь Урал аръяғындағы башҡа медицина учреждениеларының эшен еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк. Тәжрибә квалификациялы табиптарҙың, заманса ҡоролмаларҙың, дарыуҙарҙың бер урында тупланғаны яҡшы икәнен күрһәтте. Юлға ваҡыт та аҙыраҡ китәсәк, Өфө, Стәрлетамаҡтағы үҙәктәргә барып йөрөргә кәрәкмәйәсәк", – тине А. Назаров.
Үҙәкте төҙөүгә, уны ҡорамалдар менән тулыландырыуға, йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Карауаттар һаны 50 боксҡа тиң, уларҙың 40-ы – тәүлек әйләнәһенә ҡала торған, 10-һы реанимация боксына ҡарай. Хәл ҡатмарлаша ҡалһа, 230 карауат ҡуйырға, кислород менән 100 процент тәьмин итергә мөмкин. Бина 50 йылдан ашыу хеҙмәт итә ала.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.