Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Февраль 2022, 10:00

Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!

Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы килендән уңды.

Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!
Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!

Хәйбулла районының Федоровка ауылында яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса уңайлыҡтары менән айырылып тора. Медицина учреждениеһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә сафҡа ингән. Яңы бинала йылы, иркен, кабинеттарҙа пациенттарға һәм аҡ халатлыларға бар шарттар тыуҙырылған.

Ауыл халҡы фельдшерынан да уңған. Мария Миляева Сибай медицина колледжын тамамлап, ике йыл элек “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы иренең тыуған ауылына эшкә килә. Ауыл ерендә хеҙмәтен башлаған белгескә 500 мең һум дәүләт ярҙамы бирелә. Бынан тыш, урындағы хакимиәт тә 100 мең һум күләмендә грант бүлә.

Билдәле булыуынса, “Ауыл фельдшеры” программаһы ауылдағы яңы төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктарын белгестәр менән тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай.

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайты.

Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!
Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!
Егәрле ауыл килененә - 600 мең һум!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: