Бар донъяны баҫып алған коронавирус пандемияһы барыбыҙҙы берләштерҙе. Тап ошо ваҡытта күп кенә шәхси эшҡыуарҙар табиптарға һәм дауаханаларға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Кисә райондың бер төркөм йүнселдәре, атап үткәндә, Зарина Әминева, Гүзәл Аллағолова, Алина Байғусҡарова, Луиза Абыҙгилдина, Александра Власенко, Юлдаш Бохарбаев, Ләйсән Лоскутовалар район үҙәк дауаханаһына һаҡлағыс күҙлектәр, бирсәткә, таҙартыу кәрәк-яраҡтары, шыйыҡ һабын, салфетка һәм көндәлек тормошҡа кәрәк булған башҡа әйберҙәр бүләк итте.
Хәйбулла эшҡыуарҙарының бындай ярҙам күрһәтеүҙәре тәүге тапҡыр ғына түгел. Әйткәндәй, былтыр районда булған урман янғындарында ла улар тәүгеләрҙән булып янғын һүндереүселәргә, ирекмәндәргә, ут һүндереүҙә ярҙамға барған ауыл халҡына бар яҡлап булышлыҡ күрһәтте, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайты.