Составында В һәм Е витаминдары, кальций, калий, магний булған алма һеркәһе һәр саҡ ҡул осонда торорға тейеш. Уның ярҙамында ҡайһы бер сирҙәрҙән дә ҡотолоу мөмкинлеге бар.
1. Тамаҡ елһенгәндә. Тамаҡ ҡысыта башлау менән бер стакан йылы һыуға дүрт ҡалаҡ алма һеркәһе болғатып, шуның менән сәғәт һайын сайҡатып тороу тиҙерәк шәбәйеүгә этәргес бирә. Уксус зарарлы бактерияларҙы, микробтарҙы юҡ итеү һәләтенә эйә.
2. Танау тонғанда бер стакан һыуға бер балғалаҡ һеркә болғап эсергә йәки тамсылап танауға тамыҙырға мөмкин.
3. Ҡауаҡ булғанда. Һеркәнең юғары әселеге баштағы PH тигеҙлеген тәртиптә тоторға ярҙам итә. Ҡауаҡтан ҡотолоу өсөн алма һеркәһе менән һыуҙы 1:2 нисбәтендә алып, сәскә һиптерергә була. Сәс еүешләнгәс, таҫтамал менән урап 15 минут тоторға һәм сайып төшөрөргә. Шулай иткәндә. ҡауаҡ ҡына бөтөп ҡалмай, сәс тә ҡабарыбыраҡ китә.
4. Аяҡ-ҡулды йыш ҡына көҙән йыйырһа, тимәк, организмға калий етешмәй. Уны булдырмаҫ өсөн ике ҡалаҡ алма һеркәһен, бер балғалаҡ балды бер стакан йылы һыуҙа бутарға һәм һәр иртә эсергә - тыныс йоҡлатыр.
5. Тире зымбырлағанда. Борсоған ерҙәргә һөрткәндә, һеркә, төрлө бәшмәктәргә көрәшеүсе антисептик булараҡ, ҡысытыуҙы баҫа, тирене тынысландыра.
6. Аяҡтан насар еҫ сыҡһа. Бындай осраҡта алма һеркәһе тиренең һелтеле балансын һаҡлаусы сара, йәғни бактерияларҙы үлтереүсе булараҡ ҡулланыла. Йоҡлар алдынан һеркә һеңдерелгән салфетка менән аяҡтарҙы таҙалап ятҡанда, был проблема борсомаҫ.
7. Эс ташып, күбеп торғанда ашарҙан алда һыу менән ҡатнаштырылған алма һеркәһен бер балғалаҡ эсеү ашҡаҙан-эсәк юлының эшмәкәрлеген яйға һала.
8. Алма һеркәһе өйҙәге насар еҫте лә бөтөрә. Уның өсөн 1:1 нисбәтендә һыу менән ҡушылған һеркәне тирә-яҡҡа һиптерергә генә кәрәк.
9. Һыу торбаһын таҙартҡанда, ярты сынаяҡ аш содаһын бер сынаяҡ аш һеркәһе менән һүндерергә лә ҡатнашманы торба буйына ҡойоп, ярты сәғәткә ҡалдырырға.
10. Шулай уҡ аш һеркәһе менән күгәреп-бәҫләнеп торған стеналарҙы ла таҙартырға мөмкин. Бының өсөн һеркәне бысраҡ урынға һиптереп сығырға ла ярты сәғәттән таҙа сепрәк менән һөртөп алырға ғына ҡала.
11. Һеркә кейем-һалымды үтекһеҙ ҙә яҙырға булышлыҡ итә. Уны 1:3 нисбәтендә һыу менән ҡушып, еүеш әйбергә һиптерергә һәм киптерергә элергә.
12. Мебелдәге тапты бөтөрә. Тоҙ менән аш һеркәһен бергә ҡушҡанда, тап бөтөрөүсе яҡшы сара килеп сыға.
Фото: news.myseldon.com