Былтыр Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 27 033 кеше тәшкил иткән. Башстат аналитиктары мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй. Иң күп үлем осраҡтары Борай районында теркәлгән. 1000 кешегә 18,3 үлем осрағы тура килгән, 511 кеше вафат булған, ни бары 141 сабый донъяға килгән.
Башҡортостан буйынса халыҡтың тәбиғи кәмеү күрһәткесе 1000 кешегә уртаса 6,8 осраҡ тәшкил иткән. Шулай уҡ Баҡалы (1000 кешегә 15,1 осраҡ), Йәрмәкәй (14,8), Илеш (14,3), Әлшәй (14,1) райондарында халыҡ һанының ныҡ кәмеүе һиҙелә.
Бары Бөрйән районында ғына халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелгән. Бында былтыр 264 сабый тыуған һәм 230 кеше вафат булған. Тәбиғи үҫеш 34 кеше тәшкил иткән.
Фото:BashNews