Үткән аҙна аҙағында Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр бөтөрөлә башланы. Иң мөһиме, шәмбенән алып йәмәғәт урындарына барған саҡта QR-кодтар күрһәтеү талабы ғәмәлдән сығарылды. Был республиканың коллектив иммунитетҡа өлгәшеүе менән бәйле. Әммә әле коронавирус сигенде тип әйтергә иртә. Көн һайын яңынан сирләп киткәндәр һаны һаман күп.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ағымдағы хәлдәр буйынса һөйләшеү булды. Вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
21 февралгә ҡарата, пандемия башланғаны бирле республикала 194 мең кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә – 4380 яңы осраҡ теркәлгән. Һандар ҙур кеүек күренһә лә, улар кәмей башлаған.
– Беҙҙә яңынан сирләп киткән осраҡтар кәмей башланы. Һуңғы тәүлектә 612 кеше һауыҡты, бөтәһе – 152 мең. Сирлеләрҙең күпселеге өйҙәрендә дауалана, уларға барлыҡ кәрәкле дарыуҙар бирелә, – тине Максим Забелин.
Йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 3500 урын әҙерләнгән, уларҙың 80 проценты биләнгән. 33 кешенең хәле ауыр тип баһалана, улар реанимация бүлексәһендә.
Министр белдереүенсә, Башҡортостанда 2,4 миллион кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был тейеш булғандарҙың 98,3 проценты.
Республиканың ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева ла үҙәккә мөрәжәғәттәр кәмеүен билдәләне. Бер аҙна эсендә улар 10 мең самаһы шылтырыу алған. Кешеләрҙе амбулатор дауа алыу һәм коронавирусҡа тикшерелеү мәсәләләре борсой.
Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, беҙҙә грипп һәм ОРВИ буйынса ла сирләгәндәр һаны кәмеүе күҙәтелә. Бер аҙна эсендә кәмеү – 32,8 процент тәшкил иткән.
“Үткән аҙнала дауахананан тыш пневмония буйынса сирләү осраҡтарының кәмеүен теркәгәйнек. Был аҙнала бер ни тиклем артыу күҙәтелә. Был халыҡтың медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү ваҡытына бәйле”, - тине ул.
Анна Казак һүҙҙәренсә, 21 февралгә республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса 141 класс карантинға ябылған. Ике меңдән ашыу уҡыусы уҡыған 11 мәктәп тулыһынса ябылған.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбасстан килгән ҡасҡындарҙан шунда уҡ коронавирусҡа тест алырға ҡушты.
– Ундағы эпидемиологик хәлде беҙ белмәйбеҙ. Шуға күрә кешеләр килә башлау менән тест алырға кәрәк, сир артыуына юл ҡуйылырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.
“Роспотребнадзор” был хәлде үҙенең контролендә тота.
Фото: svetput.ru