Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Февраль 2022, 20:00

Антиесемдәре булғандар QR-кодты нисек аласаҡ?

“21 февралдән медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итмәгәндәр ҡандағы антиесемдәр буйынса QR-код алыу мөмкинлегенә эйә".  

Антиесемдәре булғандар QR-кодты нисек аласаҡ?
Антиесемдәре булғандар QR-кодты нисек аласаҡ?

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 200 меңгә етеп килә. Һуңғы тәүлектә сирҙе йәнә 4 302 кеше эләктергәне асыҡланды.

“Тәүлек эсендә ауырыу осраҡтарының кәмеүен һәм дауаханаға һалыу үҫеше күҙәтелмәүен күрәбеҙ. Был хәл һөйөндөрә һәм күпселектең сирҙе еңел үткәреүе тураһында һөйләй”, – тине коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Уның әйтеүенсә, пандемия башланғандан алып ковидтан 154 600 ауырыу һауыҡтырылған. Әле дауаханаларҙа 285 пациент, 39-ы ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә 19 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Вакцинаның ике компонентын да алғандар һаны 2 303 322 тәшкил итә.

Министр ковидҡа антиесемдәре булған кешеләргә QR-кодты нисек бирәсәктәрен аңлатты.

“21 февралдән медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итмәгәндәр ҡандағы антиесемдәр буйынса QR-код алыу мөмкинлегенә эйә. Антиесемдәрҙең күпме булыуы мөһим түгел, бары “Роспотребнадзор” исемлегендәге аккредитацияланған лабораторияла тест бирергә кәрәк. Антиесемдәрҙең булыуы пациентты системаға индереү һәм “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә QR-код алыу өсөн нигеҙ буласаҡ”, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Бындай код бары ярты йыл хеҙмәт итәсәк. Вакцина яһатҡандар йәки сирҙе кисергәндәрҙең сертификаттары 12 ай буйына яраҡлы һанала. Өҫтәүенә антиесемдәр нигеҙендә бирелгән QR-кодтарҙы бер тапҡыр ғына алырға мөмкин.

Фото: Горобзор.ру

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: