Өфөлә яңы тыуған сабыйҙар өсөн асылған ковид-госпиталь аша 80 ауырыу бала үтте. Әле клиникала ҡырҡ бала табиптар күҙәтеүендә. 17-се балалар дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Регина Федорова әйтеүенсә, дауахана эргәһендәге йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе былтыр август айында асылған.
“Тап йәй аҙағында,”дельта” штамы килеп сығыу менән, республикала балалар араһында яңы коронавирус инфекцияһының ҡабыныуы күҙәтелде. Балалар йыш ҡына ғаиләлә сирҙе йоҡтора, һәр береһе уны төрлөсә үткәрә. Шуныһы шатлыҡлы, яңы тыуған сабыйҙар араһында бер генә үлем осрағы ла теркәлмәне,” – ти етәксе.
Ошо арала Рәсәй Хөкүмәте ҡарары һәм Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, дауаханаға яңы заманса медицина ҡорамалдары – ИВЛ аппараттары, инфузоматтар, небулайзерҙар, кислородты дымландырыу ҡорамалдары алынды.
Табиптар һәм шәфҡәт туташтары һәр сабыйҙың сәләмәтлеген ҙур иғтибар менән күҙәтеп, тейешле дауа билдәләй, балаларҙың ата-әсәһе менән даими бәйләнештә тора.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.