Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа башы әйләнмәгән кеше юҡтыр. “Был көсөргәнешле, ҡатмарлы тормош үҙе тотош баш әйләнеүҙән тора”, – тип тә ебәрә ҡайһы берәүҙәр.
Бәғзеләрҙең йыш ҡына “башым ҡаҙандай ҡайнай”, “мейемдә ҡойон уйнаған кеүек”, “башым сатнап килә” тигән һүҙҙәрен дә ишеткәнегеҙ барҙыр. Күптәр баш әйләнеү тип еңелсә тотороҡһоҙлоҡто, иҫереүҙән, күңел болғаныуҙан, хәлһеҙлектән үҙеңде насар һиҙеүҙе, бөтә донъя әйләнгән һымаҡ тойоуҙы атай.
Әгәр башығыҙ бер сәбәпһеҙ әйләнһә, хәүефләнергә урын бар. Баш әйләнеү, нигеҙҙә, ҡан йөрөшө боҙолғанда, уға ҡан һауғанда (инсульт), шеш үҫешкәндә, баш йәки муйын имгәнгәндә, тарҡау склероздан, күҙ ауырыуҙарынан яфаланғанда күҙәтелә. Шулай уҡ эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан ауырыуҙары, ағыуланыу, тейешенсә туҡланмау ҙа баш әйләнеүгә килтереүе бар.
Баш ныҡ итеп әйләнгәндә, йыш ҡына кеше уҡшый, хатта ҡоҫа, ағарына, битенә тир бәреп сыға, күңелен хәүеф солғай. Йүнләп ял итмәйенсә, самаһыҙ күп эшләп йонсоу, йоҡоно туйҙырмайынса йөрөү, көсөргәнешле хәлдәр ҡаҡшатыуы ла баш әйләнеүгә килтереүе мөмкин. Был осраҡта эш һәм ял ваҡытын көйләргә, кәмендә һигеҙ сәғәт йоҡларға, ашауҙы яҡшылап яйға һалырға кәрәк. Өйөлөп киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел икән, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Әлеге мәлдә күңел тыныслығын һаҡлау ҡәҙерле. Саф һауала йөрөү, витаминдар эсеү хаҡында ла онотмағыҙ.
Әгәр баш йыш әйләнә икән, мотлаҡ рәүештә неврологка йәки отоневрологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кәримә УСМАНОВА