Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Февраль 2022, 09:00

Тәмәке ташлағың килһә, Стевия үҫтер!

Белгестәр үләндән төнәтмә, сәй, настойка эшләп эсергә һәм компресс яһарға тәҡдим итә.

Тәмәке ташлағың килһә, Стевия үҫтер!
Тәмәке ташлағың килһә, Стевия үҫтер!

Тәмәке ташларға хыялланғандарҙың иң ҙур проблемаһы - ул мейегә һеңеп ҡалған никотинды һораған теләк. Әгәр һеҙҙең өйөгөҙҙә Стевия ("баллы үлән" тигән гөл) үҫһә, ул никотин һораған теләкте еңергә ярҙам итә.

Стевия - хризантема ғаиләһенә ҡараған сәскә. Шәкәр диабеты менән ауырығандарҙың һәм гипертониктарҙың яратҡан үләне. Уны шулай уҡ артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡулланалар. Ә бына уның иң төп үҙенсәлеге - тәмәке тартыу теләген еңергә ярҙам итә. Бынан тыш Стевия менән бит тиреһенә битлек эшләйҙәр. Ул туҡландыра, тарттыра, тирене шыма итә. Дерматит һәм акне менән көрәшә. Һатыуҙа ул кипкән япраҡ йә аҡ порошок һәм төнәтмә формаһында була.

Шулай уҡ йорт шарттарында варикозды дауалау өсөн "баллы үлән", йәғни Стевияны ҡулланалар. Белгестәр үләндән төнәтмә, сәй, настойка эшләп эсергә һәм компресс яһарға тәҡдим итә. Стевияны күпләп ҡулланғанда ҡан системаһы яҡшыра. Стевияла булған файҙалы матдәләр: ҡан әйләнешен яҡшырта, веналарҙағы ҡан йөрөшө туҡтауына юл ҡуймай, шешенеүҙе бөтөрә, ҡан тамырҙары, капиллярҙарҙы нығыта, мускулдарҙағы һыҙланыуҙарҙы һәм ауыртыныуҙарҙы бөтөрә.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: ru.depositphotos.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: