Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Февраль , 15:22

Тырнаҡтар сирҙе иҫкәртә

Ҡул бармағындағы һәр тырнаҡтың төбөндә ярым ай формаһындағы аҡ тап бар. Ҡайһы саҡ улар юҡҡа сыға икән. Был организмдағы үҙгәрештәр, сирҙәр хаҡында хәбәр итә.

Тырнаҡ төбөндәге аҡ тап һәр кемдә тыумыштан була, үҫә, ҡартая килә улар кесерәйә йә бөтөнләй юҡҡа сыға, йә тоноҡлана. Әгәр ул бөтә тырнаҡ­тарығыҙҙа ла бар икән, тимәк, һаулығығыҙ шәп!

Баш бармаҡтағы аҡ тап баш мейеһе һәм үпкәгә бәйле. Тәмәкене күп тартҡандарҙа, билдәле, ул тоноҡлана. Ә уның бөтөнләй булмауы хәүефле. Ундай кешеләрҙең шизофрения менән ауырыуы ла ихтимал.

Һуҡ бармаҡтағы аҡ тап эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, танау-ауыҙ ҡы­уыш­лығы сирҙәре менән бәйле.

Урта бармаҡ йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн яуаплы. Уның тырнағындағы ярым ай формаһындағы аҡ тап кәмегән икән, тимәк, ҡан баҫымы йә йөрәк менән проблема тигән һүҙ.

Сығанаҡ бармаҡ тырнағындағы аҡ таптың кәмеүе лимфа, эндокрин системаһы эшмәкәрлегендә, матдәләр алмашыныуында ҡытыршылыҡтар булыуы хаҡында һөйләй.

Сәтәкәй бармаҡ тырнағындағы аҡ тап иң беренсе булып юҡҡа сығыуы ихтимал. Ни өсөн тигәндә, тәү сиратта нәҙек эсәк шлаклана.

Аҡ таптарҙың төҫөнә лә иғтибар итегеҙ. Һарғылт булһа, бауырҙа проб­лема бар. Күкһел төҫ йөрәккә иғтибар итергә ҡуша. Ап-аҡ төртөктәр бар икән, тимәк, һеҙҙең организмға цинк етмәй.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас в