ҠУҘЫ
Тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр, байтаҡ ыңғай яңылыҡтар көтөлә. Фекерҙәштәр табырһығыҙ, ҡыҙыҡлы идеялар менән янырһығыҙ. Күптән борсоған мәсьәләне шаршамбы хәл итә алырһығыҙ. Аҙнаның иң уңышлы көнө – шәмбе.
БУҒА
Аҙнаның тәүге көндәрендә аҡсаға бәйле эштәрҙе, яңы әйбер һатып алыуҙы кисектереп тороғоҙ. Өҫтәүенә был осорҙа алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеү хәүефе лә бар. Күптән көткән яңылыҡты йәкшәмбе ишетерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала шатлыҡ та, һағыш та аралашып килер. Күп нәмә һөнәри эшмәкәрлеккә ҡағылыр. Аҙна башы эштә уңыш вәғәҙә итә, отошло килешеү төҙөү мөмкинлеге бар. Әммә шаршамбынан һуң һәр йәһәттән иғтибарлы булығыҙ, айырыуса аҡса мәсьәләһендә.
ҠЫҪАЛА
Шаршамбыға тиклем бизнес, карьера өлкәһендә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Был көндәр шулай уҡ яңы әйбер, кредит, ипотека алыу өсөн дә ҡулай. Йома документтарҙы юғалтыу хәүефе юғары, етәкселектән тәнҡит һүҙҙәре ишетеүегеҙ бар.
АРЫҪЛАН
Был аҙнала үҙ көсөгөҙгә ышаныс артыр. Ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл иткәндә йылдам ҡарарға килергә тура килер, моғайын. Килешеүгә ҡул ҡуйғанда үҙ мәнфәғәтегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ. 3-6 мартта яҙмышығыҙға йоғонто яһарлыҡ кеше менән танышырһығыҙ.
ҠЫҘ
Был аҙнала көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булығыҙ. Шаршамбынан һәр йәһәттән һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Иҫәп-хисап менән шөғөлләнгәндәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Йәкшәмбенән барыһы ла яйға һалыныр.
ҮЛСӘҮ
Дүшәмбе, шишәмбе шәхси тормошоғоҙҙа күңелле ваҡиғалар көтөгөҙ. Ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу мөмкинлеге бар. Яңғыҙҙарҙың буласаҡ тормош юлдашын осратыуы ихтимал. Аҙна аҙағына һәр йәһәттән иғтибарлы булыу ҡамасауламаҫ.
САЯН
Осор шәхси мөнәсәбәттәр йәһәтенән бер аҙ көсөргәнешле булмаҡсы. Кесаҙнаға тиклем дорфа ҡыланмаҫҡа, әүҙемлекте бер аҙ кәметергә кәңәш ителә. Уның ҡарауы аҙна аҙағы һәр йәһәттән уңышлы булыр. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.
УҠСЫ
Был аҙнала йондоҙҙар һеҙгә шәхси тормошоғоҙ менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Осор шулай уҡ файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай. Финанс өлкәһендә яҡшы яңылыҡ көтөгөҙ. Бер генә кәңәш – мөһим эште шаршамбыға планлаштырмағыҙ.
ЫЛАҠ
Кесаҙнаға тиклем эштә һәм аҡса мәсьәләһендә уңышлы осор дауам итер. Был арала күптән хәл итә алмай яфаланған проблеманы яйға һалыу алымын табырһығыҙ. Аҙнаның һуңғы ике көнө генә бер аҙ сетерекле булмаҡсы, яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеү хәүефе бар.
ҺЫУҒОЯР
Аҙна йәшәйештең барлыҡ өлкәләрендә шатлыҡ һәм уңыштар алып килер. Дүшәмбе, шишәмбе – иң уңышлы көндәр. Улар яңы мөмкинлектәр асыр, матди хәлегеҙ, ғөмүмән, тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Осорҙоң һуңғы көнө генә бер аҙ көсөргәнешле үтер.
БАЛЫҠ
Борсолорға урын юҡ, йондоҙҙар һәр йәһәттән уңыш вәғәҙә итә. Шишәмбегә тиклем байтаҡ мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итерһегеҙ, ә бына шаршамбы рәхәтләнеп ял итергә форсат тыуыр. Аҙнаның икенсе яртыһында матди хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр.