Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Февраль 2022, 22:00

Туймазыла ковид госпитале төҙөлөшө тамамлана

Пандемиялар килә лә китә, ә был биналар ҡала. Артабан улар яҡшы йыһазландырылған, палаталарҙа уңайлы шарттар булдырылған күп профилле дауахана буласаҡ.

Туймазыла ковид госпитале төҙөлөшө тамамлана
Туймазыла ковид госпитале төҙөлөшө тамамлана

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазылағы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты. Үҙәк 2021 йылдың 30 декабрендә төҙөлә башлағайны. Уны Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡта эшләп килгән ковид госпиталдәрt проекты буйынса төҙөйҙәр – бинаның бер ҡатлы корпустары ҡурай сәскәһе формаһында урынлашҡан.

Объекттағы төҙөлөш эштәре асылда тамамланған. Әлеге ваҡытта медицина ҡорамалдарын монтажлау бара, атап әйткәндә, бында заманса компьютер томографы килтерелгән. Коммуналь инфраструктура системалары көйләнә. Төҙөүселәр вертолет майҙансығын, автойыуыу урынын, ике контроль-үлсәү пунктын йыһазландырған, ҡаҙанлыҡ, трансформатор станцияһын, кислород станцияһын, концентраторҙы монтажлаған. Госпиталдең биләмәһен төҙөкләндереү - таш түшәү, корпустар араһында яҡтыртыу бағаналарын ҡуйыу, инеү юлдарын рәтләү дауам итә.

Яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы буласаҡ. 200 койка-урынды өҫтәмә урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған, ә ғәҙәттән тыш хәл режимында госпиталь 230 пациентты ҡабул итеп, уларҙы тулыһынса кислород менән тәьмин итә аласаҡ. Бында диагностика, дезинфекция бүлексәләре, экспресс-лаборатория, дарыухана, ультратауыш, функциональ диагностика кабинеттары, эндоскопия кабинеты, диспетчер хеҙмәте эшләйәсәк.

Башҡортостан Башлығы палаталарҙы, бокстарҙы ҡарап сыҡты һәм коронавирус пандемияһының ҡатмарлы осоронда эшләгән өсөн медицина персоналына рәхмәт белдерҙе. Госпиталдең табиптары, үҙ сиратында, республика етәксеһенә яңы заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәге өсөн рәхмәт әйтте. Радий Хәбиров Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновҡа халыҡҡа уңайлы булһын өсөн госпиталгә тиклем автобус маршруты ойошторорға ҡушты. 

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, яңы дауаханала хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 248 кеше тәшкил итә. Штатҡа 36 табип, 75 урта һәм 25 кесе медицина персоналы ҡабул ителгән дә инде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, бер үк ваҡытта ковид госпитален лицензиялау бара. Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин пандемия тамамланғас, әлеге үҙәктә төрлө йүнәлештәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәге хаҡында һөйләне.

Эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

-  Был төҙөлөш, ысынлап та, беҙҙең өсөн бик мөһим. Уны рәсми асыу тантанаһы 4 мартта була, артабан лицензия юллау процесы күпмелер ваҡытты аласаҡ. 20 мартҡа тиклем бында тәүге пациенттар килер, тип килештек.

Бынан тыш, Сибайҙа йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөйбөҙ. Беҙ республиканың барлыҡ йүнәлештәрендә – көньяҡта, көнбайышта, үҙәк өлөштә ковид госпиталдәре булһын өсөн шундай ҡарар ҡабул иттек. Бер аҙ көс туплағас, ошондай уҡ үҙәкте республиканың төньяғында ла төҙөүҙе күҙаллайбыҙ. Уны Нефтекамала урынлаштырыу мөмкинлеген ҡараныҡ та инде, - тине Радий Фәрит улы.

Артабан ул Сибай ҡалаһындағы ковид госпитале төҙөлөшөнә ҡағылышлы һорауға яуап биреп, түбәндәгеләрҙе һөйләне:

- Сибайҙа дүртенсе госпиталь төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Ул да март аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Республика өсөн был бик мөһим. Әгәр тағы ла ниндәйҙер йоғошло сир килеп сығып, пандемия иғлан ителһә, беҙҙә етди инфраструктура бар: махсус госпиталдәр, уҡытылған персонал, тәжрибәле табиптар. Дөйөм алғанда, беҙҙең йәмғиәт бындай ауырыуҙар менән көрәштә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланы.

Пандемиялар килә лә китә. Әммә шуныһы мөһим: был биналар ҡала. Артабан улар яҡшы йыһазландырылған, палаталарҙа уңайлы шарттар булдырылған күп профилле дауахана буласаҡ. 

Ошондай уҡ госпиталде Силәбелә, Ырымбурҙа төҙөнөләр. Белгород өлкәһендә һәм Калугала беҙҙәге кеүек бер юлы ике ҙур йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөп бөтөп килә. Беҙгә Рәсәйҙең 15-ләгән төбәгенән вәкилдәр килде, улар ҙа был тәжрибәне ҡулланырға теләй. Ошондай башҡорт ҡурайҙары Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында “сәскә атасаҡ” тип уйлайым.

Сибайҙағы госпиталгә килгәндә, унда төҙөлөш ике аҙнаға һуңыраҡ башланды. Шуға күрә быйылғы йылдың март аҙағына иҫәп тотабыҙ. Артабан лицензиялауға тотонасаҡбыҙ. Ул тәүге пациенттарҙы апрелдә ҡабул итәсәк.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: