Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Февраль 2022, 20:40

Берәүҙәр тиҙерәк ҡартая, оҙағыраҡ йәшәй ...

 Белгестәрҙең раҫлауынса, өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булғандар йәшлек матурлығын оҙаҡҡараҡ һаҡлай.

Берәүҙәр тиҙерәк ҡартая,  оҙағыраҡ йәшәй ...
Берәүҙәр тиҙерәк ҡартая, оҙағыраҡ йәшәй ...

Сит ил ғалимдарының төрлө йәш төркөмдәрендә үткәрелгән тикшереүҙәренә ярашлы, ҡайһы бер кешеләрҙең ни өсөн башҡаларға ҡарағанда иртәрәк ҡартайыуы асыҡланған.  Был тикшереү хаҡында Daily Express баҫмаһы яҙа.

Тикшереүҙә төрлө йәш вәкилдәре ҡатнашҡан. Һөҙөмтәнән күренеүенсә, өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булған кешеләрҙә ҡартайыу билдәләре беренсе, икенсе һәм дүртенсе ҡан төркөмөнә эйә булғандар менән сағыштырғанда һуңыраҡ күренә башлай. Тимәк, улар йәшлек матурлығын оҙаҡҡараҡ һаҡлай. Организмдың бындай үҙенсәлеге был кешеләрҙең баш мейеһендәге күҙәнәктәрҙең ҡанға күсеү мөмкинлеге һәм һөҙөмтәлә  ҡан сифатын яҡшыртыуы менән бәйле, тип иҫәпләй белгестәр.

 Эксперттар әйтеүенсә, шуның менән бергә өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булған кешеләрҙең  башҡалар менән  сағыштырғанда оҙон ғүмерлерәк булыуы раҫланмаған. Һөҙөмтәлә беренсе ҡан төркөмөнә эйә булғандарҙың башҡаларға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәүе асыҡланған. Улар араһында оҙон ғүмерлеләр күберәк булһа ла,  организмдары тиҙерәк ҡартайыуы билдәле.

Фото:elitereaders.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: