0 °С
Ясна
Уны бер аҙ ҡулланғандан һуң бит тиреһе шымарып, яҙылып, һығылмалы булып китә, һипкел-таптар бөтә.
Беҙгә кәрәк була: берәр ҡалаҡ бал һәм кастор майы, бер балғалаҡ вазелин, бер-ике тамсы йод.
Әҙерләү: тәүҙә таҙа быяла һауытҡа йод тамыҙыла, шунан ҡалған компоненттар ҙа ҡушылып, яҡшылап бутала. Байтаҡ ҡына крем килеп сыға, артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Ҡулланыу: аҙнаһына ике-өс тапҡыр тирегә ике сәғәткә яғыла.
Фото:prostyye-sovety.ru