Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2022, 20:18

Халыҡ яңы объекттар көтә

"Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың һәм ҡайһы бер намыҫһыҙ подрядсыларҙың артыуына бәйле бөтә кире процестарҙы ла иҫәпкә алырға һәм еңеп сығырға кәрәк".

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшө барышын ҡаранылар. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 2022 йылда республикала 14 капиталь төҙөлөш объектын, 44 модулле конструкцияны файҙаланыуға тапшырыу күҙалланыуы хаҡында һөйләне.

– Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән 63 койкалыҡ дауахана төҙөлөшө бара. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусы төҙөлә, – тине вице-премьер. – Баймаҡта балалар поликлиникаһы һалына. Бөрөлә май уртаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиникалар асыу күҙаллана. Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы корпусы, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы поликлиниканың төҙөлөш майҙансыҡтарында эш тиҙлеге һәйбәт.

Туймазыла һәм Сибайҙа ике яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге төҙөлөп бөтөп килә. Мартта Дыуан районының Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһы һалына башлаясаҡ. Уны 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров апрелдә Саҡмағошта яңы поликлиника асыу эшен тиҙләтергә, ә Хөкүмәттең төҙөлөш блогына муниципалитеттар менән берлектә яңы медицина учреждениеларын төҙөү барышын етди контролдә тоторға ҡушты.

– Халыҡ яңы дауаханалар, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын бик көтә. Шуға күрә төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың һәм ҡайһы бер намыҫһыҙ подрядсыларҙың артыуы сәбәпле бөтә кире процестарҙы ла иҫәпкә алырға һәм еңеп сығырға кәрәк, – тине төбәк Башлығы.

Республика етәксеһе шулай уҡ Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡта һалынып бөткән, Сибайҙа, Туймазыла төҙөлгән инфекция үҙәктәре проекттарын әҙерләүселәрҙе Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһына тәҡдим итергә кәңәш бирҙе.

– Шуныһы мөһим: һәр яңы объект менән проектлаусылар табиптарҙың иҫкәрмәләрен һәм теләктәрен иҫәпкә ала. Төҙөлөшкә ҡараш һәр саҡ камиллаша, – тине Радий Хәбиров.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Фото: glavarb.ru

Читайте нас: