Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль , 12:00

Киләсәгебеҙ өмөтлө

“Ошо йәштәргә ҡарап, медицинаның киләсәге бар тип әйтә алам. Коронавирус менән көрәшкән ошо ике йыл дауамында табиптар эргәһендә беҙҙең студент-медиктар ҙа эшләй. Мин пандемия осоронда халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороуҙа ҡатнашҡан медуниверситет ректоры Валентин Николаевич Павловҡа һәм шәхсән 2 437 студентҡа, 1 465 ординаторға рәхмәтлемен".

Киләсәгебеҙ өмөтлө
Киләсәгебеҙ өмөтлө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары тураһында пост ҡуйған.

Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: “Ошо йәштәргә ҡарап, медицинаның киләсәге бар тип әйтә алам. Коронавирус менән көрәшкән ошо ике йыл дауамында табиптар эргәһендә беҙҙең студент-медиктар ҙа эшләй. Мин пандемия осоронда халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороуҙа ҡатнашҡан медуниверситет ректоры Валентин Николаевич Павловҡа һәм шәхсән 2 437 студентҡа, 1 465 ординаторға рәхмәтлемен. Уларҙың күбеһе хәҙер ҙә кесе һәм урта медперсонал, табип-стажер сифатында эшләүен дауам итә. Быйыл ғинуарҙа, табиптарға төшкән көсөргәнеште кәметеү өсөн, беҙ төрлө факультеттарҙа уҡыған 2400 студентты ярҙамға ебәрҙек. Улар пациенттарҙы тикшереүҙә, медицина документацияһын тултырыуҙа, колл-үҙәктәрҙә шылтыратыуҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаштылар, ПЦР-тест үткәрҙеләр, “ашығыс ярҙам” бригадаһы составында эшләнеләр. Бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында 1 478 ординатор эшләй. Вакцинациялау пункттарында 108 ирекмән бар. Медколледж студенттары ла беренсел звенола, стационарҙарҙа, ковид-госпиталдәрҙә әүҙем эш күрһәтә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешһен өсөн күп ғәмәлдәр башҡарабыҙ: яңы поликлиникалар, дауаханалар, ФАП-тар төҙөйбөҙ, заманса ҡорамалдар һатып алабыҙ, медиктарҙы ауылға йәлеп итеү сараларын күрәбеҙ. Коронавирус беҙгә күп һабаҡтар бирҙе, шул уҡ ваҡытта мөһим ғәмәлде төшөндөрҙө: башҡалар хаҡына фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтергә теләгәндәр бихисап. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан хеҙмәти бурыстарын үтәгән табиптарға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ буласаҡ табиптарға ла рәхмәт – тап улар ярҙамында беҙ киләсәккә табан хәрәкәт итәбеҙ”, - тип белдергән Радий Фәрит улы.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в