Бөгөндән алып Башҡортостанда өлкәндәр өсөн профилактик тикшереүҙәр һәм диспансерлаштырыу яңыртыла. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Радий Хәбиров был йәһәттән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм муниципалитет етәкселәренә эште башларға ҡушты.
– Хакимиәт башлыҡтары бының менән шәхсән шөғөлләнергә тейеш. Сирҙәрҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ, – тине ул.
Быларҙың барыһы ла төбәктә коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡлана башлауына бәйле мөмкин булды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әлеге хәл диспансерлаштырыуҙы яңыртыу мөмкинлеген бирә.
– Сирләй башлағандар һәм ауыр сирләгәндәр һаны ла кәмей башланы. Был беҙгә ковид-госпиталдәрҙә урындар һанын кәметеү мөмкинлеген бирә. Һуңы тәүлектә сир 3442 кешелә табылған. Бөтәһе Башҡортостанда 222132 кешегә ошо диагноз ҡуйылған.
Вакцинациялауға килгәндә, уны 2318902 кеше тамамлаған. Коллектив иммунитет булдырыу һәм планды үтәү өсөн 24 мең кешегә прививка һалдырыу ҡалған.
– Артта ҡалған муниципалитеттар эште тиҙләтһен. Артабан беҙ ревакцинацияға күсәбеҙ. Икенсе этап башлана, ул да еңел түгел. Аңлайым, кешеләр арыны, тик был сирҙе еңмәй тороп был йәһәттән эште туҡтатмаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: duv-vest.ru