Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда коронавирус менән сирләү кәмей башланы. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 2022 йылдың һигеҙенсе аҙнаһында сир үҫешенең 10 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда был сир 222132 кешелә асҡланған, һуңғы тәүлектә – 3442. Һауыҡҡан кешеләр ҙә бик күп, кисә 1730 кеше был вирусты еңгән, дөйөм алғанда 78 процент.
Сирлеләрҙең күпселеге ауырыуҙы еңел йәки симптомһыҙ үткәрә. Әле 42882 кеше өйҙәрендә дауалана. Дауаханаларҙа 326 кеше ята. Был башлыса 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар. 38 кешенең хәле ауыр.
Бөгөн йоғошло ауырыуҙар менән сирләгәндәр өсөн 3100 урын әҙерләнгән, уларҙың 30 проценты буш.
Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак грипп буйынса хәлдәр менән таныштырҙы. Әле был сирҙең 500 самаһы осрағы теркәлгән. Дөйөм алғанда, ул эпидемиологик хәлде тыныс тип билдәләне.
– Үткән аҙна менән сағыштырғанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса сирләүселәрҙең 42,9 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. 500-гә яҡын грипп, башлыса А тибындағы киҙеү осрағы асыҡланған. Коронавирус буйынса платоға сығабыҙ, беҙ тест үткәреү, ыңғай һөҙөмтәләр алыу барышында, шулай уҡ ауырыуҙың дөйөм динамикаһында әүҙем кәмеүен күрәбеҙ. Дауахананан тыш пневмония буйынса ла әүҙем кәмеү күҙәтелә, – тине Анна Казак.
Фото: v1.ru