Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2022, 09:00

Һәр бармаҡтың үҙ “бурысы”

Иң бәләкәй сәтәкәй бармаҡтың организмда ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышыуы мөмкин...

Һәр бармаҡтың үҙ “бурысы”
Һәр бармаҡтың үҙ “бурысы”

Һәр бармаҡтың үҙ бурысы, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре барлығын табиптар электән яҡшы белгән. Мәҫәлән, баш бармаҡ һеҙҙең үпкәгеҙ һәм йөрәгегеҙ менән бәйләнгән. Уны ыуғылап, үпкәгеҙҙе таҙарта һәм тын ҡыҫылыуынан ҡотола алаһығыҙ.  

 Һуҡ йәки имән бармаҡ эсәклек һәм ашҡаҙан менән бәйле.   Урта бармаҡты ыуғылап торһағыҙ,  насар йоҡлауҙан ҡотолорһоғоҙ. Перикард йәки йөрәк муҡсаһы менән бәйле сирҙәрҙән һәм проблемаларҙан арынырға  ла ярҙам итәсәк был күнегеү. Сығанаҡ йәки исемһеҙ бармаҡтың  ашҡаҙан һәм аш һеңдереү системаһы менән бәйләнгәнен  дә белегеҙ. Иң бәләкәй сәтәкәй бармаҡ организмда ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышасаҡ. Уны ыуып, баш ауыртыуын баҫырға, муйын тирәһендәге мускул ауыртыуынан арынырға мөмкин. Ҡул устарын бер-береһенә   ышҡып  та физик сәләмәтлегегеҙҙе  яҡшырта алаһығыҙ. Ошо ябай ғына күнегеүҙәр тәбиғи рәүештә ауыртыныуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итер, һынап ҡарағыҙ.

Фото:infourok.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: