Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2022, 11:45

Өс миллион һумды ҡайһы табиптар аласаҡ?

Республика Хөкүмәте терапевтарға, педиатрҙарға, акушер-гинекологтарға бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләү тәртибен раҫланы.

Өс миллион һумды  ҡайһы табиптар аласаҡ?
Өс миллион һумды ҡайһы табиптар аласаҡ?

Башҡортостанда ҙур булмаған поликлиникаларҙа эшләгән табиптарға өҫтәмә эш хаҡы түләнәсәк. Республика Хөкүмәте терапевтарға, педиатрҙарға, акушер-гинекологтарға бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләү тәртибен раҫланы.

Бындай күләмдәге өҫтәмә аҡса 25 меңдән аҙыраҡ пациент теркәлгән медицина ойошмаларына эшкә урынлашҡан  табиптарға биреләсәк. Килешеү шарттары буйынса, медицина хеҙмәткәре өс миллион һум аҡсаны өлөшләп аласаҡ. Өс йыл дауамында берәр миллион һумлап  аҡса биреләсәк.  Табип бының өсөн медицина учреждениеһында  кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш.

 Әгәр килешеү шарттары боҙолһа,  табип бюджетҡа эшләмәгән осор өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡыған һәм әлегә контракт шарттарын үтәмәгән  терапевтар, педиатрҙар һәм акушер-гинекологтар программала ҡатнаша алмай.

Фото:Ufa Time.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: