Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2022, 19:00

Хәүефләнеү, борсолоуҙан нисек арынырға?

Был һорауға белгес яуабы, республикала диспансерлаштырыу тәртибе һ.б. тураһында - яҙмала.

Хәүефләнеү, борсолоуҙан нисек арынырға?
Хәүефләнеү, борсолоуҙан нисек арынырға?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса сираттағы брифинг үтте. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡтороуҙың яңы 3 391 осрағы асыҡланған. Шулай итеп, республикала сиргә дусар булғандар бөтәһе 225 523 кеше тәшкил итә.

Әле госпиталдәрҙә 307 ауырыу дауалана, 39-ы ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа - 41 034 кеше. Һуңғы тәүлектә һауыҡҡан пациенттар һаны 5 237-гә артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 21 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Вирус ҡорбандары - 5 232 кеше.

Республикала коллектив иммунитетҡа өлгәшеү өсөн тағы ла 20 мең кешегә вакцина яһатырға кәрәк. Ошо көндәрҙә үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килеүе көтөлә.

Брифингта сығыш яһаған һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина республикала диспансерлаштырыу үтеү шарттары тураһында иҫкә төшөрҙө. Уға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, регистратура, табип, шулай уҡ медицина страховка компаниялары аша яҙылырға мөмкин, тине етәксе.

“Планлы диспансерлаштырыу 18-ҙән 39 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. 40 йәште уҙғандарҙың уны йыл һайын үтеү мөмкинлеге бар”, – тип аңлатты ул.  Шулай уҡ брифинг барышында коронавирус үткәргән кешеләргә тәрән, ентекле диспансерлаштырыу үткәреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, әгәр  ауырыу үткәргән кешенең ҡан анализында, сатурация һәм электрокардиограммаһында ниндәйҙер етди үҙгәрештәр күҙәтелһә, диспансерлаштырыу мөһим. Тикшереүҙәрҙе терапевт тәғәйенләй.

Бөтәбеҙ өсөн дә ҡатмарлы заманда хәүефләнеү, борсолоу тойғоларынан нисек арынырға, тип мөрәжәғәт иткәндәр ҙә бар. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, был тойғолар – организмдың ғәҙәттәге һаҡланыу реакцияһы. “Тәү сиратта кислород ҡытлығы булмаһын өсөн саф һауала күберәк йөрөргә, организм өсөн файҙалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡтар менән туҡланырға кәңәш итәбеҙ. Яҡын кешеләрегеҙ менән аралашығыҙ, уларҙан дәрт, йәшәү көсө алығыҙ. Тормошҡа ыңғай күҙлектән ҡарарға тырышығыҙ”, – тине Елена Ғәлимуллина.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: