Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2022, 21:30

Иң яҡшы акушерҙар асыҡланасаҡ

Иң юғары балл йыйған туғыҙ белгесте 13 майҙа тантаналы шарттарҙа бүләкләү ҡаралған.

Иң яҡшы акушерҙар асыҡланасаҡ
Иң яҡшы акушерҙар асыҡланасаҡ

Республикала 15 марттан 13 майға тиклем “Башҡортостан Республикаһының 2022 йылдағы иң яҡшы акушеры” конкурсы үтәсәк. Маҡсаты – акушерлыҡ эшмәкәрлеге системаһында медицина хеҙмәткәрҙәренең әһәмиәтен һәм һөнәр абруйын арттырыу.

Шуның менән бергә белгестәр кимәлен яҡшыртыу, һөнәри әҙерлекте күтәреү, халыҡҡа акушер ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыу ҙа күҙ уңында тотола.

Конкурста өлкән акушер, бүлексә һәм подразделениелар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары акушерҙары вазифаһына эйә бөтә белгестәр ҡатнаша ала. Уларҙың “Акушерлыҡ эше” белгеслеге буйынса сертификаты йәки аккредитацияһы булырға тейеш. Тәүге этап 15 марттан 1 апрелгә тиклем дистанцияла тест рәүешендә үткәрелә. 95 йәки 100-ҙән ашыу балл йыйғандар икенсе этапта ҡатнашасаҡ. Иң юғары балл йыйған конкурста ҡатнашыусы туғыҙ белгес 13 майҙа тантаналы шарттарҙа наградланасаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: