Кемдер ябыға алмай йонсой, диетаға ултырып та, ашамай ҙа ҡарай, тик теләгән һөҙөмтә күренмәй. Теләгәнен ашаған, диетаның нимә икәнен дә белмәгән, әммә һимермәгән кешеләр ҙә күп.
Табиптар был мәсьәләнең төбөнә төшөргә тырыша. Эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Екатерина Ершова һуңғы ваҡытта һимереүҙең ҡайһы берәүҙәр өсөн проблемаға әүерелеүен билдәләп, уның сәбәптәре исемлеген төҙөгән.
Эндокринолог әйтеүенсә, матдәләр алмашыу тиҙлегенә артыҡ май туҡымаһы, мускулдар массаһы, тән төҙөлөшө һәм кешенең нисә йәштә булыуы тәьҫир итә. “Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, бер йәштән 20 йәшкә тиклем матдәләр алмашыныуы йылына уртаса өс процентҡа кәмей, 20 йәштән 60 йәшкә тиклем үҙгәрмәй, 60 йәштән һуң йыл һайын 0,7 процентҡа кәмей бара,” – ти ул.
Кем йоҡоһо туйғансы йоҡлай, шул һимермәй, сөнки аппетитҡа һәм туйыныуға тәьҫир иткән матдәләр тәбиғәт билдәләгән тәртипкә ярашлы мейе үҙәктәрендә эшләнә. Табип әйтеүенсә, микробиома шулай уҡ метаболизмға йәғни матдәләр алмашыныуына, йоғонто яһай. Кеше антибиотиктар эсһә, бының һимереүгә юлыҡтырыуы ихтимал.
Фото: Hotgeo.ru