Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2022, 22:30

Студенттарҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа

Буласаҡ белгестәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Студенттарҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа
Студенттарҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа

Бөрө медик-фармацевтика колледжы студенттары коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш шарттарында дауаханаларға ҙур ярҙам күрһәтте. Әүҙемлектәре, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн колледждың өсөнсө курс студенттары, ирекмәндәр Алмаз Сәрүәров һәм Линар Арыҫланов Асҡын районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Бөрө үҙәк район дауаханаһы хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткән ирекмәндәр Нәргизә Садиҡова һәм Илназ Әхәтовҡа, ә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы Альбина Фәйезова һәм Екатерина Федороваға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Благовещен үҙәк район дауаханаһы хакимиәте лә студенттарҙың ярҙамын лайыҡлы баһалап, колледж студенты Кристина Дубровинаны Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Нефтекама ҡалаһы хакимиәте ауыр осорҙа табиптарҙың эшен еңеләйткән ирекмән Артур Хафизовтың тырышлығын билдәләне, Аҡбулат ауыл табиплыҡ амбулаторияһына ярҙамға килгән колледж студенты Рушания Әхмәтнурованың хеҙмәтен юғары баһаланы.

Студенттар медицина хеҙмәткәрҙәренең ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа эшләгәнен күҙәтеп, үҙҙәренең ситтә ҡала алмауҙарын, тәүге звено табиптарына файҙалы булыуҙары менән шат, ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: