Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2022, 20:30

Тағы ла 20 мең кеше яһатһа...

Бөгөндән "Планета”, ”Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә, “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан вакцина яһатыу пункттары ябылды.

Тағы ла 20 мең кеше яһатһа...
Тағы ла 20 мең кеше яһатһа...

Республика коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу буйынса маҡсатлы күрһәткескә яҡынлашып килә. Тәүге компонентты 2 464 551 кеше (прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 99,2 проценты йәки өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һандан 79,4 проценты) алды. 80 процентҡа өлгәшеү өсөн тағы ла 20 мең кешенең вакцина яһатыуы кәрәк.

Республиканың күп райондары ошо кимәлгә яҡынлашып килә. 28 февралгә был күрһәткескә өлгәшкәндәр һаны 37-гә етте. Бына ул 100 процент күрһәткесенә өлгәшкән һәм вакцина яһатыуҙы дауам иткән лидерҙар: Бүздәк (пландан 140 %), Саҡмағош (137%), Шишмә (136%), Әлшәй (132%), Кушнаренко (130 %), Миәкә һәм Стәрлебаш (126 %) райондары. Әммә артта һөйрәлеүсе, пландан 80 процент сикте үтмәгән райондар ҙа бар. Улар иҫәбендә - Белорет  районы (пландан 78%), Октябрьский (77%) һәм Межгорье (76%) ҡалалары. Күмертау (81%) һәм Стәрлетамаҡ (84%) ҡалалары.

1 марттан, коронавирустан прививка яһатыусылар һаны кәмеү менән бәйле һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен рациональ файҙаланыу маҡсаты менән, “Планета”, ”Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан вакцина яһатыу пункттарын ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер прививканы йәшәү урыны буйынса поликлиникала яһатырға мөмкин.

Вакцина яһатыуға яҙылыу тәртибе элеккесә:

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша (https://www.gosuslugi.ru/);

Колл-үҙәк телефоны аша – 122;

Поликлиника регистратураһы аша.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: