Ниндәй йортта йәшәүеңә, бүлмәңдең нисек йыһазландырылыуына, уңайлылығына кәйефебеҙ, сәләмәтлегебеҙ, эшкә һәләтлегебеҙ бәйләнгән. Хатта интерьерҙың ниндәй төҫтә булыуынан, буяуҙарҙың урынлымы, урынһыҙмы ҡулланылыуынан да күп нәмә тора, ти белгестәр.
Ҡайһы төҫтәр беҙгә ыңғай тәьҫир итә, күңелде күтәрә, көс өҫтәй? Һәр береһен күҙ уңынан үткәрәйек. Иң сағыу ҡыҙыл төҫтән башлайыҡ.
Ҡыҙыл төҫ нервы системаһын ҡуҙғыта, организмдың бөтә системалары эшен тиҙләтә, йөрәк тибеүен һәм тын алыуҙы йышайта. Был төҫ кешене арытып-талсыҡтырырға ла мөмкин. Эш кабинетында һәм ҡунаҡ залында ҡыҙыл төҫтөң өҫтөнлөк алыуы ҡулайлы. Хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа ул йоҡо бүлмәһе өсөн дә барасаҡ.
Ҡыҙғылт һары йәки әфлисун төҫө бүлмәгә зауыҡ, йылылыҡ өҫтәй. Ул кешегә энергия бирә, кәйефте күтәрә. Айырыуса ҡунаҡ бүлмәһен, кухня һәм ваннаны йәмләйәсәк.
Зәңгәр төҫ бинаны сафландырып ебәрә, гармония тойғоһо уята. Бер ни тиклем эшкә һәләтлелекте юғалтыуға тәьҫир итеүе ихтимал. Йоҡо һәм ванна бүлмәһенә был төҫ бик килешәсәк. Малайҙарҙың йоҡо бүлмәһе өсөн дә бара.
Һары төҫ кешенең күреү рецепторҙарына яҡшы йоғонто яһай. Иғтибарҙы үҙенә тарта, энергия бирә, дәрт өҫтәй. Эш бүлмәһендә лә, кухняла ла, ҡунаҡ бүлмәһендә лә ул ҡулайлы буласаҡ.
Йәшел төҫ көсөргәнеште йомшарта, тынысландыра. Бындай төҫ хакимлыҡ иткән бүлмәлә рәхәтлек тояһың. Сағыу йәшел төҫ – кухня, һары-йәшел төҫ – йоҡо, ә йәшел-зәңгәр (фәйрүзә) төҫ балалар бүлмәһе өсөн бик яҡшы.
Алһыу төҫ – нәзәкәтлек билдәһе. Шатлыҡ тойғоһо уята. Тап ҡыҙҙар бүлмәһе өсөн тиерһең. Ҡунаҡ бүлмәһенә сағыу ал төҫ килешәсәк.
Шәмәхә йәки көрән күк төҫө бик үҙенсәлекле, нервы системаһы тарафынан ауыр ҡабул ителә. Йәшел төҫ менән яраштырырға мөмкин. Ал яҡ бүлмә өсөн ҡулайлы.
Ҡара төҫ психикаға ауыр тәьҫир итә, төшөнкөлөк тыуҙыра. Әммә башҡа төҫтәр менән яраштырғанда йорт хужаһына ҡупшылыҡ, нәзәкәтлек хас булыуын, стиле барлығын тойомларға буласаҡ. Башҡа төҫтәр менән дөрөҫ яраҡлаштырғанда, ҡунаҡ бүлмәһе, ал яҡ, эш кабинеты бик зауыҡлы ҡараласаҡ.
Аҡ төҫ һәр саҡ яҡшы кәйеф тыуҙыра, ыңғай энергияға байыта. Ул еңеллек һәм таҙалыҡты кәүҙәләндерә. Башҡа төҫтәр менән яраҡлаштырып, бөтә биналарҙа ла ҡулланырға була. Аҡ төҫтәге бүлмәләр киңерәк тә, иркенерәк тә күренә.
Фото:Gorlovka-tv.ru