Күшнаренко районынан Ғәлиә Вафина бик үҙенсәлекле рецепт менән уртаҡлаша.
“Һәр ваҡыт артыҡ ауырлыҡтан йонсоном, сөнки гел генә ашағым килеп тик йөрөй торғайны. Ҡайһы берҙә көнөнә ете тапҡыр ашаған саҡтарым да булды. Бер мәл дарыуханала фармацевт менән һөйләшеп киттек тә мин уға үҙ проблемам тураһында әйттем. Ул кукуруз сәсенән (рыльца) эшләнгән төнәтмә ҡулланып ҡарарға тәҡдим итте. Был рецепт миңә ысынлап та ярҙам итте: аслыҡ тойғоһо юҡҡа сыҡты, аппетит теҙгенләнде, үҙемдә шундай еңеллек тоям! (Әйткәндәй, кукуруз сәсе (рыльца) дарыуханала һатыла).
Төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ҡайнаған һыуға 3 ҡалаҡ кипкән кукуруз сәсенең ҡатнашмаһын һалып, 15 минут һыу парында тоторға. Төнәтмәне һөҙөргә һәм һыу өҫтәп, бер стакан миҡдарына еткерергә. Уны ашарҙан 20-30 минут алда, көнөнә 4-5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Фото: about-tea.ru