Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Март 2022, 10:00

Юҡ-барға үпкәләмә

B17.ru
Фото:B17.ru

Ғәҙәткә ингән ҡайһы бер ғәмәлдәрҙән, тормошоғоҙҙа ҡаршылыҡтар тыуҙырған ҡылыҡтарҙан ваҡытында ҡотолоу бары һеҙҙең файҙаға, ти психологтар.

Ваҡ-төйәк үпкәләүҙәрҙе үҙегеҙ­ҙән ебәрегеҙ. Тормоштоң үтә ҡыҫ­ҡа икәнен хәтерҙә тотоғоҙ, кем­гәлер ғүмер буйы асыу һаҡлап, ауыр уйҙар менән йәшәү һаулыҡты бөтөрә. Ғәфү итә белеү ҙә егетлек.

Үҙегеҙҙе бер кемдән дә кәм тоймағыҙ. Бындай күңелһеҙ уйҙарҙың башығыҙға “оялауына” юл ҡуймағыҙ. Әгәр кемдеңдер ихатаһында сирәм йәшелерәк тә, ҡуйыраҡ та күренә икән, быны онотоғоҙ. Сағыштырып күңеле­геҙҙе төшөрмәгеҙ, үҙегеҙҙең яҡтағы “сирәмгә” һыу һибеп, тәрбиәләп торһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.

Иҫкергән ялған ҡараштарға йәбешеп ятмағыҙ – уларҙан ҡото­лоғоҙ. “Ваҡыты уҙған, сабатаһы туҙған”, ҡалыплашҡан фекерҙәр­ҙең һеҙҙе артҡа һөйрәүе, үҫешкә ҡамасаулауы ихтимал.

Үҙеңде үҙгәртергә, үҫергә тырышыу һәр ваҡытта ла шыма бармай, ауыр процесс ул, әммә үткәндән сыға алмай йонсоу тағы ла ҡыйыныраҡ. Ҡиммәте юғалған идеалдарҙан ҡотолоу хәйерле.

Тормош юлындағы юғалтыу­ҙар, кисергән фажиғәләр үкенес­тәренән арынығыҙ. Был ауыр йөктө ғүмер буйы күтәреп йөрөүҙән ҡотолоғоҙ һәм барыһын да яңынан башлағыҙ. Һәр хәлдә был – иң дөрөҫ юл.

Проблемаларҙы ситләтеп үтеү ғәҙәтенән ҡотолоғоҙ. Ҡаршылыҡ күрһәтмәйһегеҙ икән, уларҙы бер ҡасан да еңә алмаясаҡһығыҙ тигән һүҙ.

Һәр кемдең тормошонда ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр булып тора. Уларҙың бәхетегеҙҙе  селпәрәмә килтереүенә юл ҡуймағыҙ. Күңел ҡайтыуы, төңөлөү, стресс – һеҙҙең кәйефте ҡырған ваҡиғаға ҡарата реакция һөҙөмтәһе ул. Ҡарашы­ғыҙҙы үҙгәртһәгеҙ, бөтә күңелһеҙ­лектәр ҙә тиҙерәк үтер.

Кешелеклерәк, асығыраҡ булыу, башҡаларҙы ишетергә, тыңларға тырышыу һәр кемде биҙәй. Гаджеттар артына йәше­ренеп аралашыуҙан һәм осрашыу­ҙарҙан ҡасыу тормошоғоҙҙо ярлыландыра ғына.

Һеҙгә ышаныс белдергән, дәрт­ләндергән, ярҙам иткән кешеләргә рәхмәтле була белегеҙ. Яҡшы хеҙ­мәттәш, күрше һәм туған бу­лыуға ни етә!

Үҙегеҙгә кәрәге булмаған әй­бер­ҙәрҙе һатып алыу тураһында хыялланмағыҙ. Һәр эшләгән изге­легегеҙ өсөн кемдәндер бүләк көтмәгеҙ.

Башҡалар менән ышаныслы мөнәсәбәт ҡороу өсөн һеҙҙең намыҫлы булыуығыҙ, вәғәҙәгеҙҙе үтәүегеҙ мөһим. Һүҙ менән эшегеҙ айырылмағанда, һеҙҙе, һис һүҙһеҙ, баһалаясаҡтар.

Тағы ла шуныһы мөһим: башҡа кешеләрҙең нужаһын, ихтыяждарын үҙегеҙҙекенән юғары ҡуйма­ғыҙ. Һеҙҙе файҙаланырға бер кемгә лә рөхсәт итмәгеҙ, күпме булдыра алаһығыҙ, шунса ярҙам итегеҙ. Башҡаларҙы тыңлағыҙ, әммә үҙ тауышығыҙҙы юғалт­мағыҙ.

Һиҙемләүегеҙ һәм эске та­уышы­ғыҙ хәүефкә һалмаһын. Ҡурҡыу тойғоһо иң яҡшы теләк­тәрҙе лә һүндерә.  Көн һайын ҡурҡыу тойғоһо уятҡан ғәмәлдәр­ҙең береһен генә булһа ла эшләгеҙ, шул саҡта хис-тойғоғоҙға ышаныслы таяна аласаҡһығыҙ.

Теләгән бөтә нәмәне лә бер юлы “һоҫоп” алып булмай. Бөгөн нимә  ҡулығыҙҙан килә, шуны эшләгеҙ. Маҡсаттың ваҡыт буйынса сикләүҙәре юҡ. Алға барыу­ҙан туҡтамағыҙ. Тормоштағы “аҡ” һәм “ҡара” һыҙаттар араһында “һоро”һо ла була, ул – һеҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ һабаҡ биреүсе юл. Уңыштар бер ваҡытта ла башығыҙҙы әйләндермәһен, ә уңышһыҙлыҡтар күңелегеҙҙе төшөрмәһен.

Һәр саҡ ыңғай тулҡында “йөҙө­гөҙ”, кемгәлер оҡшарға тырышып, яйлашырға ашыҡмағыҙ,  үҙегеҙҙе нисек бар, шул көйөнсә яратығыҙ!

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: