Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Март 2022, 10:00

“Алты балаһын да табип итеп күргеһе килде...”

 Күзбәковтарҙы туғанлыҡ ептәренән тыш,  бер профессияға тоғролоҡ  бәйләй. Бындай  ҙур хеҙмәт династияһы  республикала  юҡтыр ҙа әле...

“Алты балаһын да табип  итеп күргеһе килде...”
“Алты балаһын да табип итеп күргеһе килде...”

Мәләүез районының бәрәкәтле ерендә тыуып үҫкән был хеҙмәт династияһын  республика халҡы яҡшы белә һәм улар менән ысын күңелдән ғорурлана.  Медицина династияһының  хеҙмәт стажы 500 йылға яҡын! Шуларҙың бер вәкиле Әлфиә Сөләймән ҡыҙы Күзбәкова Мәләүез үҙәк  район дауаханаһында стоматолог булып эшләй.

 Бор-машиналар, шлифмоторҙар менән эшләп өйрәнгән теш протездары яһаусы белгес алынған өлгөләр буйынса төрлө материалдарҙан – пластмассанан, керамиканан, металл керамиканан медицина изделиелары  етештерә.

– Теш табибы өҫтөндәге иң тәүге бурыс – сифат. Һәр деталде урынына килтереп, ентекләп эшләргә кәрәк. Беҙ бит пациент өсөн уңайлы протездар эшләүҙән тыш,  матурлыҡ тыуҙырырға ла тейешбеҙ. Ынйы кеүек тештәр ҡуйҙырып,  үҙе өсөн ауыр тойолған мәсьәләне хәл иткән кешеләр ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтып китһә, беҙгә лә рәхәт. Уңайлы теш протездары яһау анһат түгел, бының өсөн тәжрибә лә, күнекмә лә кәрәк, – ти 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Әлфиә Сөләймән ҡыҙы.

   Күзбәковтар ғаиләһендә иң төпсөк бала булып донъяға килгән Әлфиә алдында  “үҫкәс кем булырға” тигән һорау тормай. Өс бер туған ағаһы һәм ике апаһының медицина юлын һайлауы уның өсөн дә этәргес була. Икеләнеүһеҙ Өфөләге республика медицина училищеһына белем алырға килә.  1990 йылда йәш белгес тыуған районына ҡайтып, үҙәк дауаханала эш башлай.

 Әлфиәнең оло ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы  Рөстәм Сөләймән улын абруйлы табип булыуҙан тыш, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы булараҡ  закондар өҫтөндә ҙур эштәр башҡарҙы. Икенсе ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, невролог Ришат Сөләймән улы Мәләүез үҙәк  район дауаханаһында баш табип вазифаһын оҙаҡ йылдар намыҫлы үтәне. Уның өс улының да  медицина өлкәһен һайлауы һоҡланыу тойғоһо ғына уята: береһе офтальмолог, икенсеһе – невропатолог, өсөнсөһө - рентгенолог...  Аҙаҡ Ришат Сөләймән улы Өфөлә неврология һәм ортопедия буйынса шәхси клиника аса, хәҙер уға улы, невропатолог  Азат Ришат улы етәкселек итә.  Атаһы ла, әсәһе лә һаулыҡ һаҡлау тармағын һайлаған йәш  белгестең яҙмышын медицина менән бәйләүе ғәжәп тә түгел.

 Әлфиәнең тағы бер ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, стоматолог Рабинур Сөләймән улы Мәләүез үҙәк район дауаханаһында стоматолог-хирург булып, 1988 йылдан алып эшләй.  Ҡыҙы Аида – тире һәм венерология сирҙәрен дауалау табибы, улы Камил – теш табибы.

 – Апайым Әлиә Сөләймән ҡыҙы Шәрәфетдинова ғүмер буйы Мәләүез үҙәк район дауаханаһында отоларинголог  булып эшләй. Тормош иптәше – табип-нарколог. Азамат, Таһир, Әмир тигән улдары ла  ата-әсә һөнәрен һайланы.  Хатта килендәренең барыһы ла табиптар! – тип йылмая Әлфиә Сөләймән ҡыҙы. – Альбина Фәйзуллина апайым невролог булып район дауаханаһында хеҙмәт итә, “Башҡортостандың  һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Улы Салауат – невролог, Булаты – фельдшер, кинйәһе Рим ветеринар һөнәрен алды.

 Ә минең ҡыҙым Динара йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау табибы. Әле Зубов госпиталендә  коронавирус  менән сирлеләрҙе дауалай.

 Күзбәковтарҙы туғанлыҡ ептәренән тыш,  бер профессияға тоғролоҡ  бәйләй. Бындай ҙур хеҙмәт династияһы  республикала  юҡтыр ҙа... Һаулыҡ һаҡлауҙағы бөтә белгеслектәр улар иңендә.  “Беҙҙең хеҙмәт династияһының башында атайыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Сөләймән Ғәле улы Күзбәков тора, – ти ҡыҙы, уның менән ғорурланып.– Ул һөнәре буйынса уҡытыусы, географиянан уҡытты, Иштуған мәктәбе директоры булып эшләне. Әсәйебеҙ Вәсилә Билал ҡыҙы химия-биология  дәрестәрен алып барҙы. Беҙгә был фәндәрҙе яҡшы үҙләштермәй мөмкин булмағандыр ҙа.   Атайымды хәрби хеҙмәттә булған ваҡытта уҡ, 22 июнь көнөндә фронтҡа оҙаталар. Артиллерия батареяһы командиры була. Һуғыштан орден-миҙалдар менән наградланып, 1948 йылда ғына Башҡортостанға ҡайта. Хәҙер уның ни өсөн беҙҙең барыбыҙҙы ла табип итеп күргеһе килеүен аңлатам.

Һуғышта бик ҡаты яраланғас, уның кеше булырына, һауығыуына бер кем ышанмай.  “Оҙаҡҡа бармаҫ”, тип уйлайҙар. Бер табип Башҡортостандан булып сыға, яҡташ булғанлыҡтанмы икән, ул ҡатын атайыма  үҙ ҡанын туранан-тура ебәреү юлын  ҡулланып, тәүәкәлләргә була. Әлбиттә, һалдаттың терелеүенә әллә ни өмөт булмай.  Ҡатын ҡан биргәндә үҙе лә аңын юғалтып йығыла.  Атайыма хәл инә, яйлап һауыға, табип та имен ҡала. Исем-фамилияһын хәтерләмәй атайым, әммә ғүмер буйына ул табиптың батырлығын, ҡыйыулығын, кешелеклеген онотманы. Шул ваҡытта ул “балаларым булһа, барыһын да уҡытып, табип итәсәкмен”, тип нәҙер әйтә, – тип Әлфиә Сөләймән ҡыҙы ғаилә хәтирәләрен яңыртты.

  Сөләймән Ғәле улы, ысынлап та,   һүҙендә  ҡаты тора, алты балаһы ла бөгөн  һаулыҡ һағында уңышлы хеҙмәт итә. Хәҙер инде  тиҫтәнән ашыу ейәндәре  алмашҡа килде.

 

Фото:шәхси архивтан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: